"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Июль , 09:52

"Башҡаларҙың танауҙарына сирттек"

***

"Спорт менән шөғөлләнергә теләһәң, нисек кенә арыһаң да, һин быға 1-2 сәғәт ваҡыт табаһың, тип иҫәпләйем. Спорт бөтәһенә лә! Был беҙҙең идея һәм шуның арҡаһында беҙ һау, ныҡ булып, һынауҙарҙы үтеп сығасаҡбыҙ".
Радий Хәбиров, Республика Башлығы.

Иҫәнғол дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре эштәре яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем ялға ла ваҡыт табалар. Шуға ла район үҙәге ойошма-учреждениелары араһында үткәрелгән, бер нисә спорт төрөн берләштергән спартакиадала медиктарҙың командаһы йыл да тәүге урындарҙы яулай килә. Ә күптән түгел улар үҙҙәрен бөтә республикаға танытты.

13-14 июлдә Туймазы районында, йәмле Ҡандракүл буйында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең "Дуҫлыҡ-2024" икенсе Республика туристик слеты үтте. 40 команда ҡатнашҡан көсөргәнешле ярышта табип-стоматолог Зөлфәр Дәүләтшин, терапевт Таңсулпан Мәсәғүтова, секретарь Гөлкәй Имелбаева, юрист Борис Абдуллин, терапевтың шәфҡәт туташы Илиза Иҫәнсурина, Трушин ФАП-ы фельдшеры Гөлшан Аҙнабаева һәм водитель Илнур Атнағоловтан торған команда район данын лайыҡлы яҡланы. Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, дөйөм мәрәйҙәр иҫәбе буйынса беренсе урынға сыҡты!

– Ҡаршылыҡтар һыҙаты, арҡан ҡаласығы кеүек ауыр ғына һынауҙарҙы беҙ бик уңышлы үттек. Шулай уҡ дартс, тимбилдинг, атыуҙа ла һынатманыҡ. Алдан әллә күпме арҡан ҡаласығына тренировкаға йөрөгән Октябрьский менән Туймазы командаларының танауына сирттек. Беҙгә ныҡ аптыранылар! Ҡаршылыҡтар һыҙаты менән тимбилдингта өсөнсө урын яуланыҡ. Мин иң мәргән табип булып сыҡтым – атыу буйынса беренсе урын алдым. Ярыштан шул тиклем дәртләнеп ҡайттыҡ. Еңеү эйфорияһында булып, хатта арығанлығыбыҙҙы ла һиҙмәнек. Тағы ла шуны әйтер инем: йәрәбә буйынса беҙ беренсе сығыш яһаныҡ. Тимәк, ниндәй һынауҙар көткәнен һәм уларҙы нисек үтергә кәрәклеген белмәй инек. Мәҫәлән, тимбилдинг команда уйыны, унда һөҙөмтә бөтәбеҙҙән дә тора. Беҙҙең еңеү команда ағзаларының бер-береһен күптән яҡшы белеүенә, ярты һүҙҙән генә түгел, ә күҙ ҡарашынан бер-береһен аңлап тороуына бәйлелер тип уйлайым, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты капитан Зөлфәр Мөҙәрис улы.

Әйткәндәй, быйылғы турслет Ғаилә йылына арналған. Беҙҙекеләр палатка ҡаласығын район дауаханаһында бергә эшләүсе ғаилә парҙарының фотолары ҡуйылған матур стенд менән биҙәгән. Борис Биктимер улы иһә ярышҡа барыр алдынан үҙ теләге менән бер кистә “Zианчура” яҙыуын эшләгән. Ул матурлыҡ ҡына түгел, ә яҡшы фотозона ла булып, дөйөм һөҙөмтәгә үҙ өлөшөн индергән.

Афарин! Ейәнсураның данын артабан да күтәрегеҙ, гел шулай алдынғы булығыҙ!

Айнә Иманғолова.

Борис Абдуллин, юрист: – Дауаханала эшләүемә өс йыл була. Уға тиклем полицияла хеҙмәт иттем. Спорт менән һәр ваҡыт дуҫ булдым. Командабыҙҙың еңеүенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма бик шатмын, шул тиклем ҡыуанып ҡайттыҡ. “Zианчура” яҙыуын эшләү идеяһы – Гөлкәй Юлай ҡыҙыныҡы. Уны тиҙ арала эшләргә ғаиләм дә ярҙам итте. Алла бирһә, яулайһы үрҙәребеҙ бының менән бөтмәһен, гел алдынғы булып ҡалырбыҙ!
Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: