Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август , 14:42

“Һәр еңеүҙең артында күп көс ята”

Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Анзур Сырлыбаев педагог һәм тренер булараҡ, уҡыусыларҙың һәм хеҙмәттәштәренең ихтирамын күптән яулаған.

“Һәр еңеүҙең артында күп көс ята”
“Һәр еңеүҙең артында күп көс ята”

1996 йылда Өмбәт мәктәбе уҡыусылары волейбол буйынса беренсе тапҡыр район чемпионы була. Шул командала уйнаған Анзур Сырлыбаев киләсәктә физкультура уҡытыусыһы булып, йәш быуында волейболға һөйөү тәрбиәләрмен, тип уйланымы икән? Әле иһә Анзур Хәлим улы етәкләгән, гимназияның волейбол буйынса ҡыҙҙар командаһы күп йылдар район чемпионы була киләләр. Ә Урал аръяғы буйынса ярыштарҙа улар йыл да икенсе урын алалар.

Анзур Хәлим улы интернатта йәшәгән уҡыусылар менән волейболдан тыш, рус лаптаһы серҙәрен менән дә бүлешә. Уның тәрбиәләнеүселәр был спорт төрөндә лә Урал аръяғы командалары араһында икенсе баҫҡыстан төшкәне юҡ.

Шайморатов класы уҡыусылары яулаған еңеүҙәр ҙә – Анзур Сырлыбаевтың тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе. Былтыр “Ҡышҡы Шайморатов уйындары”нда республика буйынса икенсе урын алһалар, “Йәйге Шайморатов уйындары” уларға оло еңеү алып килгән: малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен иң етеҙ, көслө итеп күрһәтеп, беренсе урын яуланылар. Быйыл иһә “Ҡышҡы Шайморатов уйындары”нда тағы ла икенсе урынға лайыҡ булдылар.

– Бер еңеү ҙә еңел генә бирелмәй. Һәр береһенең артында күп көс, әҙерлек, тырышлыҡ ята. Ярыштарға уҡыусылар менән оҙаҡ һәм ныҡлы әҙерләнәбеҙ. Тырышлыҡ һөҙөмтә бирә, уҡыусылар һанатмай. Шайморатовсыларҙан бигерәк тә Дарислам Аҙнабаев менән Лилиә Яковлеваны атар инем. Шул тиклем көслө спортсылар! – ти тренер.

“2020 йылда «Ауыл тренеры» программаһын раҫланыҡ. Программаның асылы нимәлә? Тренерға 600 мең һум күләмендә грант бирелә. Бының өсөн ул ауылда кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш. Әлеге ваҡытта беҙ күҙаллағандан ике тапҡырға күберәк ғариза алдыҡ. Тимәк, программа бик кәрәкле. Йыл һайын 100 тренерға тиклем ярҙам итәсәкбеҙ.”
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2020 йылдың 21 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында күмәк спортты һәм физик культураны үҫтереүгә арналған сығышынан.

Күп еңеүселәр әҙерләгән уҡытыусы 2022 йылда “Ауыл тренеры” программаһы буйынса 600 мең һумға сертификат алған. Анзур Хәлим улы күп уйлап тормаған: ҡатыны Ғәлиә Алсынбай ҡыҙына автомобиль һатып алған. Әйткәндәй, Сырлыбаевтарҙың матур ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә. Ҙурҙары Нурания атаһы юлын һайлаған: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физкультура факультетының 3-сө курсын тамамлаған. Уртансылары Нурзилә РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Өфө финанс колледжының 2-се курсын бөткән. Бәләкәй ҡыҙҙары Нургизә гимназияла уҡый, 7-се класын тамамлаған. Ул да шәп спортсы, тик өҫтөнлөктө бейеүгә бирә икән.

– Тормошомдо спортһыҙ, тренировкаларһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Ошо йәшәү рәүеше миңә бик оҡшай, – ти тренер.

Рубин Мөхәмәтйәнов, район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлегенең төп белгесе: – “Ауыл тренеры” – бик шәп программа. Ул тренерҙарға матди ярҙам да, шулай уҡ дәртләндереү сараһы ла булып тора. Сертификатҡа эйә булыу өсөн документтарҙың тәртиптә булыуына өҫтәп, яҡшы һөҙөмтәләр булыуы мөһим. Әле райондан ике тренер ғариза һәм документтар тапшырҙы. Спорт министрлығынан яуап көтәбеҙ. Программа киләһе йылдарҙа ла эшләр һәм күп тренерҙарға ярҙам булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: