– Спортҡа һөйөүҙе миндә Иҙәш мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Руслан Фәүзән улы Ҡыуандыҡов уятты, – ти бөгөн Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класын тамамлаған Фәүзәнә Ҡыуандыҡова. – 6-сы класта волейбол менән шөғөлләнергә саҡырғайны, артабан йүгереү буйынса ярыштарға алып йөрөнө. Шунан бирле миңә спорттың һәр төрө лә яҡын. Саңғы булһынмы, хоккеймы йәки йүгереүме – һәр ҡайһыһы менән теләп шөғөлләнәм.
Фәүзәнә спорт буйынса ярыштарҙа гел призлы урындар яулай. Был, әлбиттә, ҡыҙҙың тырышлығына, районда спортты үҫтереүгә булған иғтибарға һәм уның тренерҙарының талапсанлығына бәйле. Волейбол менән – Анзур Сырлыбаев, ә йүгереү һәм саңғыла уҙышыу буйынса Йәғәфәр Хәсәнов етәкселегендә шөғөлләнә. Гимназия исеменән дә сығыш яһай, тыуған ауылы өсөн ярышырға ла өлгөрә ул. Иҙәш балалар хоккей командаһы составында уйнай. Әйткәндәй, райондағы хоккейсылар араһында берҙән-бер ҡыҙ уйынсы ул Фәүзәнә.
– Хоккей ҡаты уйын бит, малайҙар мине этеп ебәрһә, бирешеп тормайым, үҙем ҡатыраҡ итеп төртөп ебәрәм, – тип көлә ҡыйыу ҡыҙ. – Быйыл “Ҡош юлы”нда үткән “Геройҙар уҙышы”ында “Бөркөттәр” командаһы составында ҡатнаштым. Икенсе урынға сығыуыбыҙ ҡыуаныслы хәл булды минең өсөн.
Быйыл Фәүзәнә 9-сы класты тамамлаған. Артабан уҡыуын Өфөләге полиатлон буйынса донъя чемпионы А. Кәбиров исемендәге “Олимпийский” спорт мәктәбендә дауам итергә уйлай. Ә хыялы уның – илдең волейбол буйынса йыйылма командаһы составынды донъя олимпиадаһында ҡатнашыу.
Тик тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына теләгенә ирешә. Ә Фәүзәнә тәүәкәл дә, ҡыйыу ҙа!
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән, 2018 йылдың 18 декабре.