"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь , 09:30

Көслө, матур, шәп булырға теләйһеңме – йүгер!

.

Көслө, матур, шәп булырға теләйһеңме – йүгер!
Көслө, матур, шәп булырға теләйһеңме – йүгер!

21 сентябрҙә “Дуҫлыҡ” паркында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә “Милләттәр кросы – 2023” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө үтте.

Был халыҡ-ара спорт ярышында Рәсәйҙә лә, бөтә донъяла ла оҙайлы тарихы бар. Беҙҙең илдә ул 1918 йылда уҡ барлыҡҡа килгән тип һанала.

Сара 257 спорт һөйөүсене йыйҙы. Улар –  мәктәп уҡыусылары, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, оло йәштәгеләр, йүгереү һөйөүселәр. Көн матур торғанға күрәлер ҙә инде сарала ҡатнашыусылар ифрат күп булды, майҙан умарта күселәй гөрләп торҙо.

Табип-кардиолог Илдар Ғарифуллин  йүгереүҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы тураһында һөйләне. Район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлегенең баш белгесе Рубин Мөхәмәтйәнов менән бергәләп разминка эшләп алғас, иң беренсе булып кескәйҙәр стартҡа теҙелде. Һәр дистанцияла көйәрмәндәр алҡышлап, йүгереүселәргә маҡтау һүҙҙәре ҡысҡырып, уларға финишҡа килеп етергә дәрт өҫтәп торҙо.

9-10 йәшлектәр араһында – Рәхим Йомалин (М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты) һәм Залина Мөхәмәтйәнова (Иҙелбәк мәктәбе), 11-13 йәшлектәр араһында Иҙел Әбүбәкеров (1-се һанлы Иҫәнғол мәктәбе) һәм Лия Мөнирова (Иҙелбәк мәктәбе) беренселекте яуланы. Ибрай мәктәбенән Ғәзим Ҡолмөхәмәтов һәм Иҙелбәк мәктәбенән Ариана Утицких 14-17 йәшлектәр араһында беренсе булып килделәр. 18-29 йәшлек ир-егеттәрҙән  Алексей Бурлаковҡа (агросәнәғәт колледжы) һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан Олеся Мамуринаға (2-се һанлы мәктәп), 30-39 йәшлектәрҙән – Абдуллин Альфред (РЭС) һәм Мария Ғатауллинаға (2-се мәктәп), 40-49 йәшлектәрҙән – Андрей Устинов (сәнғәт мәктәбе) һәм Айгөл Ишбирҙинаға (район хакимиәтенең ҡаҙна идаралығы), 50-59 йәшлектәрҙән – Илфат Ишбирҙин (РЭС) һәм Гөлгөнә Усмановаға (үҙәк дауахана)  уңыш йылмайҙы.

 Өлкәндәр ҙә һынатманы: 60 йәштән өлкәндәр араһында Илсур Төхвәтуллин (Өҫтәмә белем биреү үҙәге) һәм Фәнилә Йәнегетова (Иҫәнғол район үҙәк дауаханаһы) финиш һыҙығын беренсе булып үттеләр.

Ошонда уҡ үҙеңдең көсөңдө һынап, ГТО нормаларын тапшырырға була ине. 12 кеше был мөмкинлектән файҙаланды.

“Иң мөһиме еңеү түгел, ә үҙ-ара аралашыу, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, – ти йүгереүселәрҙең барыһы ла.

Рәмил Мырҙабулатов, район Советы секретаре:

– Кросс – ул спорт сараһы ғына түгел, был үҙеңде спортсы-һәүәҫкәр булараҡ күрһәтеү мөмкинлеге лә. Акцияның төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм халыҡты физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Көрәшкә ҡушылғандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт! Һеҙ – спортҡа һәм үҙегеҙҙең организмға нисек ҡарарға кәрәклегенә лайыҡлы миҫал.

“Республика райондарында спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим. Тап шунда беҙҙең бөйөк атлеттар тыуа ла инде”.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  2024 йылдың 17 февралендә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса Совет ултырышындағы сығышынан.

Радий Хәбиров.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: