Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Август 2025, 12:00

Ейәнсура мәргәне ил данын яҡланы

19-20 августа Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр араһында уҡтан атыу буйынса чемпионат үтте.

Ейәнсура мәргәне ил данын яҡланы
Ейәнсура мәргәне ил данын яҡланы

Унда хужаларҙан тыш, Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан да егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты.

Беҙҙең ил данын Башҡортостандың һыбай килеш һәм традицион уҡтан атыу федерацияһы тәрбиәләнеүселәре яҡланы һәм  лайыҡлы икенсе урынды яуланы. Был команда составында
Ейәнсура мәргәне, "Ҡалҡан" шәхси клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Иҙел Ниғмәтуллин), Ҡарадигән егете Кирилл Кисилев булыуы менән ғорурланабыҙ!
Афарин, Кирилл!

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас