Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ноябрь 2025, 15:05

Еңеү артынан еңеү яулайҙар

Рух ныҡлығы, оҫталыҡ, һиҙгерлек, сослоҡ талап иткән спорт төрө – кикбоксинг Башҡортостанда 1990 йылдан алып үҫешә. Ә Ейәнсурала уның барлыҡҡа килеүе 2010 йылдар башына барып тоташа. Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килгән Вадим Мәзитов “Салауат” физкультура-һауыҡтырыу комплексында кикбоксинг секцияһы асып ебәрә. Шул ваҡыттан алып Вадим Йосоп улы ҡулынан бер нисә йөҙ үҫмер үтте, кикбоксингтың барлыҡ серҙәренә төшөндө. Улай ғына ла түгел, бихисап республика һәм Рәсәй ярыштарында үҙҙәрен күрһәтеп, күп һанлы еңеүҙәр ҡаҙанды.

Еңеү артынан еңеү яулайҙар
Еңеү артынан еңеү яулайҙар
Вадим Мәзитов, тренер: Ҡасандыр яй ғына аҙымдар менән үҙ юлын башлаған секция оҙаҡ йылдар эшләр, тип бәлки бер кем дә уйламағандыр ҙа. Кикбоксинг төрө бит ул ваҡытта барыһы өсөн дә бөтөнләй ят ине. Ә бөгөн ҡайһы бер балалар тормоштарын унһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Кикбоксерҙарымдың уңыштарына бик ҡыуанам. Был шөғөл киләсәктә лә уларҙың яҡын дуҫы булып ҡалһын ине. 27 ноябрҙән алып 7 декабргә тиклем Өфөнөң Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй Чемпионаты үтәсәк. Кем белә, бәлки минең тәрбиәләнеүселәрем араһында ошондай ҙур ярыштарҙы ҡатнашасаҡ кикбоксерҙар үҫеп киләлер?

Бөгөн секцияла һигеҙ йәштән ун биш йәшкә тиклемге 25 бала шөғөлләнә. Аҙнаһына өс тапҡыр үткәрелгән тренировкаларға хатта ҡыҙҙар ҙа бик теләп йөрөйҙәр.

14-17 октябрҙә Өфөлә кикибоксинг буйынса республика беренселеге һәм чемпионат үтте. Ул кикбоксинг буйынса Рәсәй спорт мастеры, Бөтә Рәсәй ярыштары призеры, билдәле тренер Михаил Уразбахтиндың иҫтәлегенә ойошторолдо. Барлыҡ республиканан 597 спортсы ҡатнашҡан чемпионатта Мәҙинә Аразбаева һәм Сынтимер Фәйзуллин үҙ ауырлыҡтарында беренсе, ә Азиза Хәсәева икенсе урын яуланы. Был бик яҡшы һөҙөмтә!

Шулай уҡ күптән түгел Ырымбур ҡалаһында уҙғарылған ярышта Асҡар Иҙрисов, Олег Максимов, Илдар Әхмәҙуллин, Азиза Хәсәева, Мәҙинә Аразбаева, Роман Таһиров беренсе урын яулағандар. Данис Мәзитов, Алмаз Ҡолмырҙин, Әмин Абыҙов икенсе урынға сыҡҡандар. Ә Руслан Зарипов, Захар Степанов һәм Илсур Ҡолшәрипов өсөнсө урын алғандар.

Балаларҙың спорт менән шөғөлләнеүе бик яҡшы күренеш. Ул һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, ә сыҙамлылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кеүек тормошта бик кәрәкле сифаттарҙы үҫтерә. Ә инде төрлө ярыштарға барып көс һынашып, еңеү яулап ҡайтһа, баланың спортҡа булған һөйөүе тағы ла көсәйә.

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас