Спорт
11 Августа , 10:09

Көрәш аренаһында – 40 йыл!

Яңы Павловка ауылынан Хөрмәт Хәмит улы Исмәғилевты спорт һөйөүселәр һәләтле тренер һәм көслө көрәшсе, ә райондаштар район һабантуйҙарында милли көрәш буйынса судьялыҡты алып барыусы булараҡ, яҡшы белә. Ул ғүмеренең 40 йылын йәш быуында ата-бабаларҙың боронғо шөғөлө – милли көрәшкә һөйөү тәрбиәләүгә арнаған. 
– Мин Урта Муйнаҡ ауылында 10 балалы ғаиләлә алтынсыһы булып донъяға килгәнмен. Атайыбыҙ Хәмиҙулла Тәхәүитдин улы ла үҙ дәүерендә колхоз, Абзан районы һабантуйҙарында көрәшкән, әммә унда ниндәйҙер урындар алғанмы-юҡмы икәнен мин иҫләмәйем – бәләкәй булғанмын. Ул һуғыш йылдарында ФЗО-ла Белоретта урман ҡырҡыу эштәрендә була. Колхозда, урман хужалығында эшләй. Әсәйем Рәхилә Мифтахетдин ҡыҙы иртә мәрхүмә була, – тип ғүмер ебен һүтә башланы Хөрмәт Хәмит улы. – Тыуыу таныҡлығында минең исемем – «Хөрмәтулла», ә атайымдыҡы – «Хәмиҙулла» тип яҙылған. Совет дәүерендә паспорт биреүселәр исемдәрҙәге «дин», «улла» өлөштәрен алып ташлаған. Ни тиһәң дә, дингә ҡаршы төрлө яҡлап көрәш алып барылған заманалар булған бит инде...
«Тимәк, нәҫелегеҙҙә батырҙар ҡаны булған инде?», – тип яуапҡа асыҡлыҡ индерәм.     
– Бәлки, шулайҙыр ҙа... Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Нәҡиә апайымдың тормош иптәше Хәлим Тулыбаев йыл да колхоз һабантуйҙарында көрәшеп, призлы урындарға сыҡты. Һабантуйға ул ауыл малайҙарын ат арбаһына теҙеп ултыртып алып бара торғайны. Шунда беҙ көрәште башынан аҙағынаса мауығып ҡарайбыҙ, ә мин еҙнәмдең таҫыллығына һоҡлана торғайным. Буш ваҡытта ауыл малайҙары үҙ-ара ла көрәшә инек, – ти әңгәмәне дауам итеп Хөрмәт Хәмит улы 
Әйткәндәй, уның милли көрәш менән ныҡлап мауығыуы Башҡорт ауыл хужалығы институтында уҡыған йылдарына тура килә.
– Институтта самбо һәм дзю-до буйынса секциялар эшләне. Мин 1979 йылда 1-се курста уҡый башлағандан уҡ яҙылдым. Беҙҙең менән спорт мастеры, Башҡортостандың атҡаҙанған тренеры Юрий Филлипов шөғөлләнде. Йыл һайын институтта курстар, факультеттар араһында, институт беренселегенә ярыштар үткәрелде һәм мин һәр ваҡыт үҙемдең ауырлығым категорияһында беренселеккә сыға торғайным. Ситтән күҙәтеп йөрөгәнме икән, икенсе корпуста милли көрәш буйынса күнекмә үткәргән спорт мастеры, шулай уҡ тәжрибәле тренер Ғәлимйән Ҡоҙаҡаев үҙенә шөғөлләнергә саҡырҙы, – тип хәтерләй студент йылдарын Хөрмәт Хәмит улы. 
Әйткәндәй, ошо осорҙа ауыл хужалығы институты командаһы республикала ғына түгел, хатта Урал-Волга буйы төбәктәрендә көслөләр иҫәбендә була. Команданың да, Хөрмәт Хәмит улының да кубок яулауҙары, чемпион лентаһын таҡҡан саҡтары аҙ булмай. Шул йылдарҙа ул самбо һәм дзю-до буйынса спорт мастерлығына кандидат дәрәжәһе ала.
– Милли көрәш менән шул тиклем мауығып киттем, деканаттан рөхсәт алып, йыл да тиерлек колхоз, район һабантуйында ҡатнашыу өсөн тыуған яҡҡа ҡайта торғайным, – тип һүҙен дауам итә спорт ветераны. Тәүге йылында уҡ бәһелеүән егет колхоз һабантуйында ҡатнашып төп приз – самауырҙы ота, ә район һабантуйында Өҫкәлек батырын һарыҡ һәм проигрыватель менән бүләкләйҙәр.
Димплом алып ҡайтҡан йәш белгесте Калинин исемендәге колхоздың баш ветеринар табибы вазифаһына тәғәйенләйҙәр.
– Колхоздың дүрт бригадаһында (Үрге Муйнаҡ, Урта Муйнаҡ, Түбәнге Муйнаҡ, Түбәнге Аҡбирҙе ауылдары) 2000 һыйыр малы, 10000 тирәһе һарығы булды. Көн һайын таң менән нарядҡа тиклем уларҙы ҡарап сығабыҙ һәм колхоз рәйесенә отчет бирәбеҙ.
Ул заманда йәмәғәтселек менән эшләүсе ойошмалар күп булды бит: мине тәүҙә комсомол ойошмаһы секретары, унан – профсоюз ойошмаһына, ауыл советы эргәһендәге халыҡ контроле рәйесе, колхоздың партойошма секретары, ауыл советы рәйесе урынбаҫары, Муйнаҡ ауыл советы хакимиәте башлығы вазифаларына һайлап ҡуйҙылар. Эш тә күп, яуаплылыҡ та ҙур, өлгөрөргә кәрәк, сөнки партия эш ҡуша һәм үтәлешен талап итә...– Комсомол мәктәбендә сынығыу алған егет һәр ҡушылған эште еренә еткереп башҡара, һәр саҡ эш өҫтөндә була.
1983-1984 йылдарҙа Муйнаҡ мәктәбенә директор булып Булат Ишемйәров килә. Ул үҙенә саҡыртып ала ла, мәктәптә секция асырға кәңәш бирә. Тәҡдимде Хөрмәт Хәмит улы ҡыуанып ҡабул итә.
– Иҫке интернатта бер бүлмәне бушаттылар. Ер иҙән, күнекмәләр үткәреү өсөн иҫке матрастар бирҙеләр – бөтә булған «уңайлыҡтар» шул булды, – тип хәтирәләрен иҫләй Х. Исмәғилев. Милли көрәште үҫтереүгә көс-дәрте ашып торған егеткә ошо ла ҙур шатлыҡ була. Ул төп эшенән һуң кис һайын ал-ял белмәй мәктәп уҡыусылары менән шөғөлләнә.
– 1993 йылда тәрбиәләнеүселәремдең береһе Дамир Хажиев райондың абсолют чемпионы булды. Тәүге ҙур еңеү ҡыуанысы менән уртаҡлашыу өсөн Хәлим еҙнәмә барғайным, ә ул миңә руссалап: «Это еще не победа...» – тине. Бигүк шатланманы ла, иҫе лә китмәне кеүек тойолдо. Моғайын, ул ошо һүҙҙәре аша мине өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмай, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулауымды күргеһе килгәндер. Шул һүҙҙәрен аҙаҡ күп тапҡыр иҫләп, уйландым һәм... йәш көрәшселәремде республика батырҙары менән алыштарға әҙерләй башланым. Ә 1998 йылғы район һабантуйында биш көрөшсем үҙ ауырлыҡ категорияһында чемпион титулын раҫланы. Беҙҙең шул уңыштарыбыҙ өсөн Калинин исемендәге колхозға «Урал» мотоциклы бүләк ителде, – тип һүҙҙәрен йомғаҡланы тәжрибәле тренер.
Ғорурланырлыҡ та: ошо йылдарҙа Үрге Муйнаҡ көрәшселәре мәктәбенән 14 спортсы республика чемпионы, ә һуңынан Илгиз Ғафаров – Рәсәй чемпионы, Илнур Әбделғужин Рәсәй призеры була
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, Х. Исмәғилевтың емешле тренерлыҡ хеҙмәте төрлө йылдарҙа район спорт комитетының, мәғариф бүлегенең күп Маҡтау грамоталары менән билдәләнә. Ә иң мөһиме, бөтә уңыштарын да иҫәпкә алып, 2000 йылда уҡ тәжрибәле тренерҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, унан һуң «Спорт ветераны» билдәләре, ә инде 2025 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡултамғаһы менән «Хеҙмәт даны» миҙалы тапшырыла.
Ветеран әле лә сафта – ул бөгөн «Салауат» физкультура сәләмәтләндереү комплексында йәш быуынға милли көрәш серҙәрен өйрәтеүен дауам итә. Афарин!
Миҙхәт Аҫылбаев.

Читайте нас