Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
15 Ноябрь 2017, 17:10

ХӘЙЕРЛЕ ЮЛ ҺЕҘГӘ!

9 ноябрь район үҙәгендә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үткәрелде. Төрлө ауылдарҙан килгән егеттәр тәүҙә “Салауат” ФСК-һында спорт ярыштарында көс һынашты, сараның икенсе өлөшө мәҙәниәт йортонда дауам итте.

9 ноябрь район үҙәгендә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үткәрелде. Төрлө ауылдарҙан килгән егеттәр тәүҙә “Салауат” ФСК-һында спорт ярыштарында көс һынашты, сараның икенсе өлөшө мәҙәниәт йортонда дауам итте. Байрамса биҙәлгән залда буласаҡ һалдаттар ике рәткә теҙелеп торҙо, улар алдында район Советы секретары Марат Мөхәмәтов, ветерандар Советы рәйесе Рәшит Бикбаев, йәштәр бүлеге рәйесе Венер Сабитов һәм башҡалар сығыш яһаны.
– Әрме хеҙмәтенә барыу һаулығы мөмкинлек биргән граждандарҙың ил алдындағы бурысы, ғүмеренең мөһим өлөшө. Быйылғы саҡырылышта барығыҙҙың да профессияһы булыуы ҡыуандыра, күптәрегеҙ урта махсус белемле, юғары белем дипломына булғандар ҙа байтаҡ. Тиҙҙән һеҙгә юлға, ихтимал, кемдәрҙер республиканан ситкә тәүгә сығалыр, әрмелә туғандарса берҙәмлек, дуҫлыҡ булыуы тураһында онотмағыҙ. Хәрбиҙәрҙе социаль яҡлау программалары ла ғәмәлдә.
Беҙ һеҙҙе физик һәм психологик яҡтан хеҙмәткә әҙер тип ышанабыҙ. Әлбиттә, тәүге осор бер аҙ психологик дискомфорт күҙәтелеүе бар, тыуған ерҙе, оҙатып ҡалған ҡыҙҙы, туғандарҙы һағынырһығыҙ. Ысын ир-егет ауырлыҡтарға түҙергә тейеш. Һеҙҙе көтөп торған әсәйегеҙ, атайығыҙ, туғандарығыҙ, башҡа яҡындарығыҙ ҡаршына иҫән-һау, байрамса ҡупшы хәрби кейемдә ҡайтырға тейешһегеҙ. Әрме хеҙмәтен үтәгән өсөн улар һеҙҙең менән ғорурланыр. Ватан алдындағы бурысығыҙҙы башҡарғанда үҙегеҙҙең һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә бихисап мөмкинлектәр була, теләгәндәр хәрби хеҙмәттә карьера эшләй ала. Һеҙ Рәсәй Ҡораллы көстәренә хеҙмәткә бараһығыҙ, был осорҙоң һеҙҙең биографияла өлгөлө булыуын теләйбеҙ. Бөгөнгө иҫтәлекле көн менән ҡотлап, лайыҡлы хеҙмәт итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ, – тип Марат Рафиҡ улы төркөмдөң бер ни тиклем өлөшөнә повестка тапшырҙы. Бөгөнгө спорт ярыштарында үҙҙәрен күрһәтеүселәр район хакимиәте исеменән грамоталар һәм миҙалдар алды.
Район ветерандар Советы рәйесе Рәшит Бикбаев:
– Ейәнсура илебеҙгә алты Советтар Союзы Геройын биргән бәрәкәтле ер, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, батырлыҡ күрһәткән яугирҙәребеҙ күп һанлы булып, әлеге көндә иҫән-һау йәшәүсе, орден-миҙалдар кавалеры булған ветерандарыбыҙ бар. Ҡайнар нөктәләрҙә хеҙмәт итеп ҡайтып, тырышып йәшәүсе яугирҙәребеҙ бар. Хәҙер һеҙгә хеҙмәткә барырға ваҡыт. Беренсе мәл ауырлыҡтар бер аҙ булһа ла, түҙергә кәрәк, районыбыҙ ветерандары һеҙҙең һау-сәләмәт ҡайтыуығыҙға шана. Гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәп, иҫән-һау ҡайтығыҙ.
Сығыштар араһын район мәҙәниәт йорто артистары музыкаль яҡтан биҙәне. Беҙҙең яҡташ егеттәр хәрби хеҙмәткә бара, хәйерле юл һеҙгә!
Читайте нас: