"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
28 Ноябрь 2017, 12:52

МӘҮЛИТ КИСЕ

11 рабиғүл әүүәл, шаршамбы, 29 ноябрь – кешелек донъяһына рәхмәт үә бөйөк остаз итеп ебәрелгән Мөхәммәт ғәләйһиссәләм донъяға килгән Мәүлит кисе.

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
Бөтөн ғаләмдең хужаһы, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау үә ололау, уның илсеһе Мөхәммәт пәйғәмбәргә салауат шәрифтәребеҙ, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ булһа ине.

11 рабиғүл әүүәл, шаршамбы, 29 ноябрь – кешелек донъяһына рәхмәт үә бөйөк остаз итеп ебәрелгән Мөхәммәт ғәләйһиссәләм донъяға килгән Мәүлит кисе. Пәйғәмбәребеҙ Ҡорайыш ҡәбиләһенән булған. Атаһы – Ғабдулла ибн Ғәбделмоталлиб. Әсәһе – Әминә бин Үәһб.
Нимә ул Мәүлит? Ул “тыуған ваҡыт” мәғәнәһен аңлата. Пәйғәмбәребеҙҙең мәүлитен үткәреү мосолмандарға үҙе бер оло ҡыуаныстыр. Пәйғәмбәребеҙ тыуғас, хатта кәфер Әбү Ләһәб шатлығынан бер ҡол ҡатынды азат итә. Һәм шуның өсөн уға һәр дүшәмбе көн тамуҡта уның ғазабы еңеләйтелә (Бохари хәҙисе).
Алланың илсеһе үҙенең тыуған көнөн үҙе лә ҙурлаған һәм Аллаһҡа рәхмәтен белдереп, ул көндө ураҙа тотоп үткәргән (Мөслим хәҙисе).
Аллаһы Тәғәлә, “Әл-Әхзәб” сүрәһенең 56-сы аятында: “Аллаһ Үҙе үә фәрештәләре, пәйғәмбәр ғәләйһис сәләмгә салауат әйтәләр. Әй, мөъминдәр, һеҙ ҙә пәйғәмбәргә салауат үә сәләм еткерегеҙ”, – тип бойора.
Мәүлит – бар илдәрҙең дә дини ғалимдары һәм мосолмандары хуплаған ғәмәл. Хәҙис: “Мосолмандар яҡшы тип иҫәпләгән һәр нәмә – Аллаһ алдында ла яҡшы, мосолмандар насар тип иҫәпләгән ғәмәлдәр – Аллаһ ҡаршыһында ла насар һәм лайыҡһыҙҙыр” (Әхмәт хәҙисе).
Мәүлит ваҡытында мосолмандар бер урынға йыйыла, Аллаһҡа зекер ҡыла, Пәйғәмбәргә салауат әйтә, тормошон өйрәнә, ғәмәлдәрен-мөғжизәләрен бәйән итеп уға оҡшарға тырыша.
Мөхтәрәм йәмәғәт, әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә үҙе үк Ҡөръәндә салауат әйтергә ҡуша икән, барыбыҙ ҙа һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһис сәләмгә салауаттар әйтеп, доғалар ҡылып, нәфел намаҙҙары уҡып, районыбыҙҙың бөтә ауылдарының мәсеттәрендә лә Мәүлит байрамдарын күркәм үткәрәйек! Амин!
Хөрмәт үә изге доғалар менән – Хәмзә хәҙрәт Хафизов, Башҡортостан Диниә назаратының Урал аръяғы ахуны.
Читайте нас: