"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
1 Декабрь 2017, 18:13

МИЛЛӘТ ХӘСТӘРЕН ИҢДӘРГӘ АЛЫП

Күптән түгел район ағинәйҙәре Өмбәт ауылы клубында йыйылды.

Заманалар ни тиклем ҡатмарлы булмаһын, шишмә тау-таштар араһынан үҙенә юл ярған кеүек, халҡыбыҙҙың рухы, рухи хазинаһы һаҡланып ҡалыу сараһын күрә. Һуңғы йылдарҙа әүҙемләшкән ағинәйҙәр ҡоро ошо бурысты үтәй тип әйтергә була. Ауыл тормошон йәнләндереү, уға ҡот өҫтәү, йәш быуынды тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәрҙе, башҡорт халыҡ традицияларын һаҡлау – төп бурыстары уларҙың. Ағинәйҙәр тәрбиә эшендә миҙгел байрамдарын, экологик өмә кеүек күмәк эштәрҙе тергеҙеп, кис ултырыу, ҡул эштәренә өйрәтеү кеүек сараларҙы ҡуллана.
Күптән түгел район ағинәйҙәре Өмбәт ауылы клубында йыйылды. Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы Ғәҙел Шәрәфетдинов ҡунаҡтарҙы сәләмләп, изге эштәрендә уңыштар теләне. Өмбәт ауылы ағинәйҙәренең ихлас сығышын ҡарағандан һуң, үтеп барған йылға йомғаҡ яһап, уңыштарын барланы ағинәйҙәр. Бер ҡараһаң, башҡарылған эштәр әллә ни ҙур ҙа кеүек түгел. Шул уҡ ваҡытта ата-бабаларҙан ҡалған рухи ҡиммәттәрҙе йәш быуынға бөртөкләп тапшырыу, атай-олатайҙарҙың, өләсәйҙәрҙең юҡҡа сыға барған кәсебен дауам итеү, шишмә-йылғаларҙың сафлығын хәстәрләү, милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеү эше бөйөк түгелме ни?!
Был ҡорҙа баш ҡала ҡунағы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсъәләләре буйынса комиссия рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаева ҡатнашыуы сараға айырым мәртәбә өҫтәне. Ул милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа ағинәйҙәрҙең роле, алдағы көндәрҙә ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирҙе.
– БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн республика Башлығының гранттары булдырылды. Һеҙ туған телде, рухты үҫтереү, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеүгә күп эш башҡараһығыҙ. Был гранттарға һеҙ ҙә дәғүә итә алаһығыҙ. Мин һеҙҙе Учалы, Бөрйән ағинәйҙәренең матур башланғысына ҡушылырға саҡырам, – тине ул.
Сибай ҡалаһынан килгән мәртәбәле ҡунаҡ, сәсәниә, Сибай ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Асия Ғәйнуллинаның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Ҡыҙҙарыбыҙға матур тәрбиә биреп кенә ҡалмай, уларҙы милләт киләсәген хәстәрләүсе милли булмышлы ҡатын-ҡыҙ итеп тәрбиәләргә саҡырҙы. Йәш үҙенсәлектәренә туҡталып, ҡыҙ балалар, йәш ҡыҙҙар, ҡатындар, оло ҡатындарҙың нисек кейенеүе, сәстәрен нисек үреүе, милли кейемдәрҙе кейеү үҙенсәлектәре тураһында тәфсирләп һөйләне. 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре – ҡашмау, һаҡал, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Хәҙер бар донъяла этник ҡомартҡыларға иғтибар йүнәлтелә, тарихи хәтер тергеҙелә. Беҙгә лә башҡортлоғобоҙҙо сағылдырған өй ҡаралтыларын, милли кейемдәребеҙҙе ҡыйыуыраҡ индерергә кәрәк ҡулланышҡа. Һуңғы ваҡытта республикала башҡорт милли кейеме тегеп, һатыуға сығарған оҫтабикәләр күбәйҙе. Беҙҙә лә ошо эште йәйелдерегә кәрәк, ир-егеттәрҙе төрлө өй ҡаралтыларын эшләүгә өндәп, шуларҙы кәсепкә әйләндерегә кәрәк, тигән фекергә килде ағинәйҙәр. Әйткәндәй, һаҡал, түшелдерек, ҡашмау эшләп, дебет шәл бәйләгәндән мулыраҡ аҡса эшләп булыуын ҡайһы берәүҙәр аңғарҙы ла инде.
Шулай итеп, милләт хәстәрен иңдәренә алып, ил-йортобоҙға именлек теләп таралышты ағинәйҙәр.
Читайте нас: