Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
11 Декабрь 2017, 14:40

ҠОРОМАҺЫН ЫРЫУ АҒАСЫ

Район үҙәгенең "Ләйсән" балалар баҡсаһының “Сулпылар” төркөмөндә кескәйҙәрҙең нәҫел ебен барлау, ырыу тамырҙары менән таныштырыу, тарих төпкөлөнә күҙ һалыу маҡсатында Шәжәрә байрамы ойошторолдо.

Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, тиҙәр. Халҡыбыҙҙың үткәне, ата-бабаларыбыҙҙың йылдар дауамында тупланып, бөгөнгә килеп еткән изге ҡомартҡыларын түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға еткереү өсөн, халыҡ ижадын өйрәнеү, һаҡлау буйынса даими эш алып барыу мөһим. Район үҙәгенең “Ләйсән” балалар баҡсаһы был йәһәттән әүҙем эшләй. “Йәйғор”, “Тамсыҡай” һәм “Сулпылар” исемле башҡорт төркөмдәрендә кескәйҙәрҙе милли рухта тәрбиәләнеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Йылы, яҡты уйын бүлмәләрендә ҡаралтылары менән тирмә урын алған. Башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтар ҙа бар. Ғөмүмән, төркөмдөң биҙәлеше милли рух менән һуғарылған. Кескәйҙәр халыҡ ижады менән әкиәттәр аша ғына түгел, балалар баҡсаһында ойошторолған төрлө “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” кеүек сараларҙа ҡатнашып та, яҡындан таныша.
Әле бына “Сулпылар” төркөмөндә кескәйҙәрҙең нәҫел ебен барлау, ырыу тамырҙары менән таныштырыу, тарих төпкөлөнә күҙ һалыу, ғаиләләге өлкән быуын вәкилдәренә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү маҡсатында Шәжәрә байрамы ойошторолдо. Сараға әҙерлек алдан башланған һәм байрам үтәсәк зал – төрлө нәҫелдәрҙең шәжәрәһе, “Минең ғаиләм” тип исемләнгән альбомдар менән, ә сәхнә түре иһә Үҫәргән ырыуының тамғаһы, миләш һәм торна һүрәттәре, Ейәнсура районының гербы менән биҙәлгән.
Байрамда Иҙрисовтар, Арыҫланбаевтар, Ильясовтар, Степановтар һәм Аҙнабаевтар үҙ шәжәрәләре менән таныштырҙы. Быны һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле итеп башҡарҙы. Кескәй Азалия шәжәрә “ағасы” янына сығып, ата-бабаһы – Аҙнабаевтар араһы менән үҙе таныштырҙы. Ҡыҙҙың ата-бабаларын белеүе һәм был хаҡта матур итеп һөйләүе һоҡландырҙы.
Әлегә Иҙрисовтар араһындағы иң йәш вәкил – Исламдың шәжәрәһе менән ата-әсәһе Тимур һәм Гөлсирә Иҙрисовтар таныштырҙы. Ғаиләнең татыу һәм ныҡ булыуында мөхәббәттең мөһимлеген дәлилләп, Исламдың ҡартатаһы Шаһивилдан Иҙрисовтың тормош иптәше Фәниә Ғизетдин ҡыҙына арнап ижад иткән шиғырҙары уҡылды.
Динисламдың шәжәрәһендә Арыҫланбаевтар яғынан ғына түгел, әсәһе – Бикбовтар яғынан да ата-бабалар сағылыш тапҡан. Шәжәрәне Илгизә Фәнил ҡыҙы фотолар менән байытып, презентация итеп әҙерләгәйне. Арыҫланбаевтарҙың йыр-моңға маһирлығын Юлай Һаҙый улы дәлилләне.
Бер төркөмгә йөрөүсе Надир Ильясов менән Милена Степановаларҙың нәҫел ағастарының тамыры уртаҡ булып сыҡты. Алтынсуриндарҙың шәжәрәһе менән Миленаның әсәһе Әлиә һәм Нәдирҙең әсәһе Рәҡиә таныштырҙы. Улар ата-бабаларының Бохарала белем алып, тәржемәсе булғандары, яу яланында ҡаһарман ҡылысы менән күп батырлыҡтар эшләгәндәре булыуы менән ғорурлана. Улар был хаҡта киләсәк быуындар ҙа белһен, хәтерләһен өсөн ата-бабаларының тормош юлын балаларға әкиәт итеп һөйләүҙәре күптәргә үрнәк булырлыҡ.
Байрамда сығыштар балаларҙың тыуған ил, тел тураһындағы шиғырҙары, йыр-бейеүҙәре һәм “Ҡурай” кеүек уйындар менән аралашып барҙы. Шәжәрә байрамынан балалар үҙҙәре лә, ҡарарға килеүсе ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр ҙә бик ҡәнәғәт ҡалды. Сараны йомғаҡлап, район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Нурия Ҡунысбаева:
– Шәжәрә – үткәндәргә тәҙрә, тиҙәр. Ата-бабаларҙы өйрәнеү – ғаилә тарихын ғына түгел, тотош халҡыбыҙ тарихын өйрәнеү ул. Һәр ҡайһығыҙҙың тарихы бай һәм һеҙ уны беләһегеҙ – шуға һөйөнөп ултырҙым, – тиһә, район мәғариф бүлеге методисы Илфат Бирҙеғолов кескәйҙәргә шулай рухлы булып ҡалыуҙарын теләне. Шәжәрә байрамында ҡатнашыусы ғаиләләргә “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире Разия Байғазаҡова менән өлкән тәрбиәсе Гүзәл Ҡолмөхәмәтова рәхмәт әйтеп, “Иң ҡәҙерлеһе – туғандарың” тигән Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас: