Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Бөтәһе лә уны күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә ярата, ә байрамды ылыҫ еҫе бөрккән, биҙәлгән шыршыһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел.
Яңы йылға әле байтаҡ ваҡыт бар, шулай ҙа күптәрегеҙ урман һылыуҡайын ҡайҙан алыу тураһында план ҡороп та ҡуйғандыр инде. Берәүҙәр байрам ағасын баҙарҙан һатып алыуҙы ҡулай күрһә, кемдәрҙер аҡса сығармай ғына урманға барып алып ҡайтыуҙы иң һәйбәт ысул тип уйлайҙыр, бәлки. Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡҡан өсөн административ штраф һалыныуға ҡарамаҫтан, бушты яратыусылар табылып ҡына тора. Был юлға кешенең һаранлығы һәм ярлылығы этәрә. Ошоға бәйле 1– 31 декабрҙә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эше арта. Улар йәшел ҡупшыҡайҙарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлай. Быйыл да йәш ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау һәм Яңы йыл байрамы алдынан ҡарағай әҙерләүҙе контролдә тотоу буйынса махсус планға ярашлы полиция менән берлектә урман патруле төркөмдәре булдырылды, дежурство графиктары һәм маршруты билдәләнде. Шулай итеп, әгәр ҙә берәйһе эләгә ҡалһа, ҡырҡылған шыршы уға күпмегә төшә? Законһыҙ ҡырҡылған бер ҡарағай өсөн ғәйепләнеүсе 1500 һумдан 3000 һумға тиклем түләйәсәк. Зыян күләме урман төркөмөнә, олондоң диаметрына ҡарап билдәләнә (һаҡланған урмандарҙа штраф күләме ике тапҡырға арта). Унан тыш законһыҙ ҡырҡҡан өсөн физик берәмектәргә 3 меңдән 4 мең һумғаса административ штраф ҡаралған. Әгәр ағасты ҡырҡҡанда техника, мәҫәлән, бензобысҡы ҡулланыла икән, енәйәт ҡоралын алыу менән бергә штраф күләме 5 мең һумға тиклем арта. Был осраҡта законһыҙ ҡырҡылған бер шыршы хаҡы 4 мең ярымдан 8 мең һумғаса етә. Зыян күләме 5 мең һумдан артҡан осраҡта, ғәйепләнеүсегә енәйәт эше ҡуҙғатыла. Вазифалы кешеләргә штраф – 20 меңдән 40 мең һумға, юридик берәмектәргә 200 меңдән 300 мең һумғаса ҡәҙәр.
Халыҡты Яңы йыл байрамына шыршылар менән тәьмин итеү маҡсатында урман фондында булдырылған махсус плантацияларҙа үҫтерелгән ҡарағайҙарҙы “Ейәнсура урмансылығы” ойошмаһы һата. Иҫәнғолда шыршылар халыҡ күп йөрөгән урындарҙа, башлыса баҙарҙа, урмансылыҡ контораһында (Урман урамы, 2а), шулай уҡ Күгәрсен, Абзан һәм Иҙелбәк участкаларында һатыла. Шыршыға хаҡ, уның бейеклегенә һәм алып килеү хаҡына ҡарап, 150 һум һәм унан да юғарыраҡ булырға мөмкин. Шыршыға балта күтәрер алдынан ныҡлап уйлағыҙ: бәлки штраф түләүгә китәсәк аҡсаны Яңы йыл өҫтәленә тотонһағыҙ һәйбәтерәк булыр?! Тәбиғәткә зыян килтереп, законһыҙ ҡырҡып алып ҡайтып өйөңә ултыртҡан шыршы күңелеңә барыбер рәхәтлек бирмәйәсәк.