Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
13 Декабрь 2017, 18:15

БЕЛЕМГӘ ЫНТЫЛЫУ ЗАРУР

Район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең рәсми символдарын теркәүгә ҡуйыуға 10 йыл тулыуға арналған сара үтте.

Район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең рәсми символдарын теркәүгә ҡуйыуға 10 йыл тулыуға арналған сара үтте.
Республика райондарының һәм Рәсәй төбәктәренең дәүләт символдары – флагтары ҡуйылған күргәҙмә 2 октябрҙән алып көн дә бер районда үтә һәм йыл аҙағына ул бөтә Башҡортостанды урап сығасаҡ. Район үҙәге белем биреү ойошмалары уҡыусыларының Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға арналған ошо – Дәүләт символдары күргәҙмәһе менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булды.
Сараның тамаша залында үткән икенсе өлөшө алдынан районыбыҙҙың тәбиғәте, социаль-иҡтисади тормошо хаҡында видеояҙма күрһәтелде. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының гимндарын аяҡ өҫтө тороп тыңлау менән асыҡ “тәрбиә сәғәте” башланды. Уҡыусылар тамашасыларҙы беҙҙең төп символдар – Рәсәй, Башҡортостан һәм Ейәнсура районы гербтары, гимндары һәм флагтары менән яҡындан таныштырҙы. Һәр ҡайһыһындағы символдарға һалынған мәғәнә хаҡында һөйләне. Сығыштар район мәҙәниәт йорто солистары Ю. Арыҫланбаевтың, Л. Фединаның, “Үҫәргән егеттәре” ансамбленең йырҙары менән аралашып барҙы.
Артабан уҡыусылар алдында мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһаны. Район Советы рәйесе Т. Аҡбутин район һәм уның республика социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө тураһында һөйләне. Тәлғәт Буранбай улы Ейәнсура ере үҫтергән алты Советтар Союзы һәм бер Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, егерме һигеҙ Ленин ордены һәм ҡырҡ Хеҙмәт Даны ордендары кавалерҙары хаҡында белеп, улар менән лайыҡлы рәүештә ғорурланырға тейешлегебеҙҙе әйтте.
Артабан сығыш яһаған район ветерандар советы рәйесе Р. Бикбаевтың һәм район мәғариф бүлеге методисы Б. Ҡансуриндың сығышы ла быуындар бәйләнешенә, илһөйәрлек тәрбиәһе алып барыу хаҡында булды. Был йәһәттән белем биреү учреждениеларында күп эш башҡарыла. Шул иҫәптән йәш быуын ил, хатта донъя күләмендәге “Үлемһеҙ полк”, “Хәтер” вахтаһы” кеүек акцияларға йылдан-йыл әүҙемерәк ҡушыла. Рәшит Хажиәхмәт улы уҡыусыларҙы “тимур командалары” хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Өлкәндәр, яңғыҙҙар ярҙамды ниндәйҙер дата уңайынан ғына түгел, ә йыл дауамында даими тойһон ине.
Район Советы секретары Марат Мөхәмәтов иһә был
күргәҙмә өҫтөндә 2006-2007 йылдарҙан алып ҙур эш алып барылыуын һәм быйыл уның
тәүгә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы күргәҙмәләр залынан сығарылыуы хаҡында
әйтеп, һүҙҙе РФ субъекттары һәм БР район-ҡалалары дәүләт символдары күргәҙмәһе
етәксеһе Вил Ғәйнетдиновҡа бирҙе. Вил Абдразаҡ улы уҡыусыларға, ҡайҙа ғына йөрөгән осраҡта ла, данлы республиканан икәнлектәрен онотмаҫҡа, ғорурланырға һәм һәр ваҡыт уны яҡларға әҙер булырға саҡырҙы. Ул сығышында төрлө миҫалдар
килтереп, белемле булыуҙың ни тиклем әһәмиәтле икәнлегенә баҫым яһаны. Оҙаҡ
йылдар Башҡорт дәүләт университетында студенттарға белем биргән Вил Абдразаҡ
улы сығышы менән үҫмерҙәрҙең күңеленә үтеп инә алды. Уның һөйләгәндәре йәш
быуынды тәртиптәре, тормошҡа ҡараштары, белемгә булған ынтылыштары, хатта
биләгән урындары хаҡында ла уйланырға мәжбүр итте
Читайте нас: