"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
19 Декабрь 2017, 18:44

СИР ТАРАЛЫУҒА ЮЛ ҠУЙМАЙЫҠ

Район ветеринар станцияһының ветеринар табибы Светлана Мөьминова район үҙәгендә урынлашҡан “Ҡояшҡай”, “Тирмәкәй”, “Аленушка” һәм “Ләйсән” балалар баҡсаларында булып, әҙерлек төркөмөнә йөрөгән кескәйҙәр менән әңгәмәләр үткәрҙе.

Эхинококкоз — ул үпкә, бауыр, талаҡ һәм бөйөрҙәрҙе зарарлаусы эхинококк ҡыуыҡтары рәүешендәге ауыр сир. Шыйыҡса менән тулы бер камералы был ҡыуыҡ эсендә бик күп ҡорт үрсей. Сир ҡарышлауыҡ стадияһында һыйыр, һарыҡ, кәзә һәм сусҡаларҙа үҫешә. Ә кешелә иһә аҫтыртын һәм хроник рәүештә үтеүе менән хәүефле. Ул ашҡаҙандың эшкәртеү функцияһы боҙолоуы, бауырҙың ауыртыуы, оҙайлы ҡоро йүткереү, тын ҡыҫылыу менән оҙатылып килә лә инде.
Ауыл хужалығы малдарындағы, һунар кейектәрендәге паразиттарҙың кешегә йоғоуы ла бар. Ләкин эхинококкоздың кеше өсөн иң төп сығанағы һәм таратыусыһы булып эттәр, бесәйҙәр һанала. Мәҫәлән, эттәр, үҙ сиратында, мал үләкһәһе йә малдарҙың эхинококкоз менән зарарланған эске ағзаларын ашап йоҡтора, һөҙөмтәлә йорт хайуандары һәм кешеләр зыян күрә. Күпселек осраҡта был яман сирҙе балалар эхинококкоз йөрөтөүсе эт йә бесәй менән уйнағанда йоҡтора. Бынан тыш, йыуылмаған йәшелсә, еләк-емеш ашағанда, асыҡ сығанаҡтағы торған һыуҙы ҡулланғанда ла хәүеф ҙур.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, район ветеринар станцияһының ветеринар табибы Светлана Мөьминова район үҙәгендә урынлашҡан “Ҡояшҡай”, “Тирмәкәй”, “Аленушка” һәм “Ләйсән” балалар баҡсаларында булып, әҙерлек төркөмөнә йөрөгән кескәйҙәр менән әңгәмәләр үткәрҙе. Светлана Тәхәүетдин ҡыҙы балаларға ҡурҡыныс сирҙең сығанаҡтары һәм уны иҫкәртеү саралары хаҡында һөйләне, шәхси гигиена талаптарын үтәү мөһимлеген билдәләне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урамдарҙа кеше өсөн хәүеф тыуҙырыусы бе­рәҙәк эт-бесәйҙәр күп. Өлкәндәр күреп-тыймағанда балалар уларҙы һыйпай, ҡосаҡлап уйнай, дүрт аяҡлы дуҫтарҙың мәкерле сир йөрөтөүе хаҡында уйлап та бирмәй. Был мәсьәлә һәр кемдән етди ҡараш талап итә. Берәҙәк эт-бесәйгә яҡынлаған балаларҙы күрһәгеҙ, битараф үтмәгеҙ. Үҙегеҙҙең дә йорт хайуандарығыҙҙы сир йоҡтороу мөмкинлегенән ҡурсалағыҙ.
Читайте нас: