Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
22 Декабрь 2017, 14:44

ҺӨНӘР ҺАЙЛАУ - ЯУАПЛЫ ЭШ

Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә район хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре һәм отставкалағы полковник Шәкир Тоҡомбәтов менән осрашыу үткәрелде.

Кем булырға? Ниндәй һөнәр алырға? Был һорауҙар һәр сығарылыш уҡыусыһының башын ауырттыралыр. Эйе, ысынлап та, нисек заман өйрөлмәгендә юғалып ҡалмай, үҙ хыялдарыңды тормошҡа ашырырға, күңелеңә ятҡан ғына түгел, ә матди яҡтан да ҡәнәғәтләндерерлек һөнәргә эйә булырға? Мәктәп уҡытыусылары уҡыусыларҙы төрлө һөнәр эйәләре менән осраштырып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға тырыша. Бына шундай маҡсатта Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә 10-11-се класс уҡыусылары өсөн Ейәнсура районының хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре һәм отставкалағы полковник Шәкир Тоҡомбәтов менән осрашыу үткәрелде. Омск юғары дөйөм ғәскәр командирҙары училищеһында уҡыған, ғүмеренең 28 йылын Тыуған илде һаҡлауға биреп, полковник дәрәжәһенә барып еткән Шәкир Ғәббәс улының сығышы уҡыусы егеттәрҙең береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Үҙенең нисек уҡырға инеүе, уҡыған ваҡыттарын, эше тураһында бирелеп һөйләгән отставкалағы полковниктың тормош юлы тыңлаған ваҡытта ғына рәхәт кеүек тойола. Ә уйлап ҡараһаң, уға бит бер нәмә лә еңел бирелмәгән. Бәләкәй ваҡытынан уҡ атаһы – һуғыш ветераны Ғәббәс Хәбибназар улы Шәкирҙе лә, ағаһын да хәрби хеҙмәткә әҙерләп, сыныҡтырып үҫтерә. Хәрби кеше булыу теләге иһә 8-се класта уяна. Ниндәй көс этәргес булғандыр инде: һуғыш тураһында китаптарҙы күп уҡыуымы, әллә атаһының һуғыш тураһында һөйләүҙәреме… Тағы бер ваҡиғаны ҡыҙыҡ итеп һөйләп алды Шәкир Ғәббәс улы: “Красная Звезда” гәзитендә бер һалдаттың класс таҡтаһы янында хәрби формала төшкән фотоһы ла унда хәрби хеҙмәткә һөйөү уята.
– Иң беренсе сиратта һаулыҡтың ныҡ булыуы кәрәк, тағы ла һәйбәт белем менән генә хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инергә була. Аҙ ғына тайпылыш булһа ла, һиңә хәрби мәктәптәргә юл ябыҡ, – тип, был юлдан китергә теләүселәргә спорт менән дуҫ булырға, тырышып уҡырға кәңәш бирҙе. – Хәрби хеҙмәттән запасҡа китеп, гражданкала бер аҙ эшләгәндән һуң, хәрби хеҙмәткә һөйөүем артты ғына. Бер ҡасан да үкенмәйем хәрби булыуыма, киреһенсә, Тыуған илемде һаҡлай алғаныма ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм,– тине.
Хәрби комиссариат хеҙмәткәре Р. Сәғитова уҡыусыларҙың әгәр ҙә хәрби уҡыу йорттарына инергә теләктәре булһа, бөтә мәғлүмәттең уларҙа барлығын, теләгән ваҡытта килеп белешмә алырға мөмкинлеген әйтте. Хәҙерге ваҡытта күп егеттәрҙең нисек әрме хеҙмәтенән ҡалыу юлдарын эҙләү осраҡтары ишетелеп тора, шуға күрә лә балаларҙа бәләкәйҙән Тыуған илгә һөйөү, уны һаҡлау тойғолары тәрбиәләү, уларҙы физик яҡтан сыныҡтырыу бурыстыр. Ә хәрби юлдан китергә теләүселәргә был осрашыу фәһемле булғандыр, тип ышанғы килә.
Читайте нас: