Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
22 Февраль 2018, 13:47

АҠ ЯУЛЫҠЛЫ ӨЛӘСӘЙЕМ

Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йорто Ғаилә йылын “Аҡ яулыҡлы өләсәйем” исемле әҙәби-музыкаль кисә менән асып ебәрҙе. Был сараға ауыр хеҙмәт юлы үткән инәйҙәр үҙҙәренең ейәндәре менән саҡырылды.

Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йорто Ғаилә йылын “Аҡ яулыҡлы өләсәйем” исемле әҙәби-музыкаль кисә менән асып ебәрҙе. Был сараға ауыр хеҙмәт юлы үткән инәйҙәр үҙҙәренең ейәндәре менән саҡырылды.
Беҙҙең инәйҙәр ҡайҙа ғына эшләмәгән: колхозда иген үҫтергән, һауынсы, ашнаҡсы, почтальон, һатыусы, уҡытыусы булып хеҙмәт иткән. Ҡайҙа ла, улар киләһе быуындарҙың бәхетле бала сағы өсөн тырышып хеҙмәт иткән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған. Был хаҡта инәйҙәр үҙҙәре һөйләп үтте.
Балалар иһә өләсәйҙәренә бағышлап мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыны, йырҙар йырланы, өләсәйҙәренең әҙәби портретын төшөрҙө.
Өләсәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырһаҡ та, тик кенә ултыртманыҡ. Байрамыбыҙҙың икенсе “Супер өләсәй” тип аталған өлөшөндә үткәрелгән уйындарҙа улар һис һынатманы. “Тәгәрәп китте йомғағым”, “Тәмлетамаҡ”, “Аҡ биләүгә биләнем”, “Татлы тел” конкурстарында бик теләп ҡатнашты өләсәйҙәр.
Кисә аҙағында жюри ағзалары Сания Хөсәйенова менән Рәйлә Еникеева конкурсты баһаланы. Шулай итеп, Гөлсинә Туҡаева, Шәмсиҡәмәр Илажетдинова, Фәнүзә Садиҡова, Сания Хөсәйенова, Гөлмәрйәм Туҡаева, Сәриә Мәсәғүтова, Әлфиә Абдрахманова, Тамара Байғужина, Сәсәк Абдрахманова, Рәйлә Еникеева, Гөлдәр Юлтимерова, Шәүрә Насирова, ” Гөлйөҙөм Ҡолоева иң-иңдәр тип табылып, төрлө номинацияла билдәләнде.
Ғүмерегеҙ буйы тырышып хеҙмәт күрһәткәнһегеҙ өсөн, ауыр йылдарҙы үҙ елкәгеҙҙә татыһағыҙ да шундай саф күңелле булып ҡалғанығыҙ өсөн, яҡшы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән өсөн рәхмәт һеҙгә. Ейәндәрегеҙҙең изгелеген күрегеҙ.
Читайте нас: