Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
5 Март 2018, 18:49

ҺАҠСЫЛАР, АЛҒА!

Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә үткән “Һаҡсылар, алға!” республика бәйгеһенең район этабында 3-4-се кластарҙа белем алыусы ҡыҙҙар-малайҙар ҡатнашты.

Башланғыс мәктәптә уйын төп тәрбиә сараһы булып тора. Уйындың гражданлыҡ һәм илһөйәрлек, сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур. “Һаҡсылар, алға!” республика бәйгеһе ошоларҙы күҙ уңында тотоп ойошторола ла инде.
Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә үткән бәйгенең район этабында Иҫәнғолдоң Ф. Солтанов исемендәге, 2-се һәм 1-се һанлы, Абзан, Таҙлар, Яңы Петровка, Үрге Муйнаҡ мәктәптәрендә һәм башҡорт гимназия-интернатында 3-4-се кластарҙа белем алыусы ҡыҙҙар-малайҙар ҡатнашты.
Командалар экология, робототехника, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, экология һәм башҡа номинацияларҙа көс һынашты. Һәр кем етеҙерәк, ҡыйыуыраҡ булырға тырышһа ла, 2-се мәктәптең “Динамит” командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Улар зона ярыштарында район данын яҡлаясаҡ. Ә Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең “Динамит” командаһы – икенсе, башҡорт гимназия-интернатының “Матростар” командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Читайте нас: