«Һәр ғаиләлә бала тыуыу – шатлыҡлы күренеш, ә ғаиләлә бала тәрбиәләү – үҙ илеңдең киләсәген, тарихын яҙыуға тиң”, – тигән А.С. Макаренко. Бөйөк педагогтың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Был һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала.
Яңыбай урта мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Зарница» уйындары йыл да юғары кимәлдә үтә. Уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү, Ватанға, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ОБЖ уҡытыусыһы Фәһим Хужәхмәтов, физкультура уҡытыусылары Илфат Хужәхмәтов, Нәжиә Хужәхмәтова, класс етәкселәре күп көс һала. «Йәйғор» балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр ҙә (тәрбиәселәре Әлиә Хужәхмәтова, Зәлиә Әлимбәтова) уҡыусылар менән бер рәттән йыл да әүҙем ҡатнаша. Үрге Мәмбәтша башланғыс мәктәбе филиалы уҡытыусылары Резида Әлимбәтова менән Әлфинур Шаһивәлиева ла уҡыусыларын юғары кимәлдә әҙерләй һәм йыл да беренсе урынды яулай. Алдан төҙөлгән программаға ярашлы хәрби йыр смотр-парадына һәр команда ентекле әҙерләнә, отрядҡа исем, девиз, йыр һайлай, костюмдар әҙерләй. Хәрби кейем әҙерләүҙә ата-әсәйҙәр ҙур әүҙемлек күрһәтә, кемдер балаһына яңы кейем һатып алһа, ҡайһы берәүҙәр үҙ ҡулдары менән оҫта итеп тегеп кейҙерә.
Ниһайәт, һәр кем түҙемһеҙләнеп көткән көн килеп етте. Хәрби кейем кейгән һәр бала иртә менән йөҙөндә нур уйнатып, ҡыуаныу, ғорурланыу тойғоһо менән мәктәпкә ашыҡты. Байрам саралары һәр класта Батырлыҡ дәресе менән башланды. Башланғыс кластар уҡытыусылары Миңзәлә Хөсәйенова, Илсиә Мортазина, Рәмзиә Дәминева дәрескә атайҙарҙы саҡырғайны. Атайҙар Самат Ҡансурин, Рәүеф Ҡансурин, Айбулат Мәүлитов, Сабир Хәбибуллин, Хәйҙәр Хужәхмәтов армияла ҡайҙа һәм нисек хеҙмәт итеүҙәре тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Уҡыусылар уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Балалар был осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Улар Тыуған илдең ышаныслы киләсәген булдырыу өсөн һау-сәләмәт, көслө рухлы булып үҫеү кәрәклегенә инанды.
Ҡыҙылдар һәм зәңгәрҙәр командаларының командирҙары мәктәп директоры Фәймә Ишмөхәмәтоваға рапорт биргәс, «Зарница» уйыны башланды. Әйткәндәй, йыл да был сара яңы уйын төрҙәре менән тулыландырыла, быйыл өҫтәп биатлон ярыштары алынған ине. Уҡыусылар был төрҙә лә бик теләп ҡатнашты. Сәпкә атыу буйынса Нургиз Байбулатов, Урал Шиһапов, Нияз Ҡәҙербәков, Илһам Ҡәҙербәков, Вилена Хужәхмәтова иң оҫталары булһа, турникта күтәрелеү буйынса Шамил Ҡарасурин, Илнар Хужәхмәтов, Илһам Ҡәҙербәков һәм Айсыуаҡ Байгилдинға етеүсе булманы. Тағы ла арҡан тартышыу, автоматты һүтеп-йыйыу, башланғыс кластарҙа эстафета ярыштары бик йәнле үтте.
Хәрби йыр смотр-парадында беренсе урынға тағы ла Үрге Мәмбәтша командаһы сыҡты, ҙур кластар араһында 7-8-се кластар командаһы иң шәбе булды. Иң оҫта командирҙар ҙа билдәләп үтелде, улар – Әҙип Ҡәҙербәков һәм Батыр Мөхәмәтйәнов.
Уйындың иң ҡыҙығы – тауҙа әллә ҡайҙан елберләп торған флагты алыу булды. Зәңгәрҙәр һәм ҡыҙылдар командалары тарих уҡытыусыһы Гөлшат Мәүлитова әҙерләгән һорауҙарға яуап биргәс, маршрут төшөрөлгән пакетты алып, Бараҡтауға күтәрелде. Спорт ярыштары буйынса ҡыҙылдар командаһы алдараҡ булһа, флаг алыуҙа зәңгәрҙәр йылғырыраҡ булып сыҡты, команда ағзаһы Нияз Ҡәҙербәков беренсе булып флагты ҡулына алды!
Уҡыусылар, бер яҡтан, үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡараһа, икенсе яҡтан, күңел күтәренкелеге, ыңғай тойғолар алды. Ата-әсәләрҙән торған жюри бүләктәр ҙә биргәс, һәр кем ҡәнәғәт таралышты.