Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
12 Апрель 2018, 16:44

АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘЙҘӘР

Ҡасандыр районда ябай егеттәр тарафынан ойошторолоп, республикала ярайһы уҡ танылыу алған, хәҙер легенда ғына булып ҡалған “Ейәнсура” ансамбленең солисы һәм соло гитарасыһы Мөнир Ҡарабаев һәм уның ғаиләһе бөгөнгө көндә нисек йәшәй, ни менән шөғөлләнә? Осрашыуҙа ошо һорауҙарға яуап эҙләнек.

Хәҙер легенда ғына булып ҡалған, ҡасандыр районда ябай егеттәр тарафынан ойошторолоп, республикала ярайһы уҡ танылыу алған “Ейәнсура” ансамбленең солисы һәм соло гитарасыһы Мөнир Ҡарабаев һәм уның ғаиләһе бөгөнгө көндә нисек йәшәй, ни менән шөғөлләнә? Осрашыуҙа ошо һорауҙарға яуап эҙләнек. Ғөмүмән, гәзит уҡыусыларҙы был матур ғаилә менән яҡындан таныштырғы килә.
Мөнир Иҙел улы Самаҙы ауылында тыуған. 1984 йылда урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 9-10 кластарҙы Абзан урта мәктәбендә уҡый, һабантуйҙарҙа гер күтәреү, ҡул көрәштереү буйынса беренсе урындар яулай. Егет бала сағында уҡ гитарала уйнарға өйрәнгән, үҙенең дуҫтары Наил, Фәнил, Рәиф менән ағастан гитара эшләп, уны электрогитараға әйләндереп, бәләкәй ансамбль төҙөгәндәр. Етенсе класта уҡ ауыл халҡы өсөн үҙенең дуҫтары менән концерттарҙа сығыш яһаған. Унынсы класта ансамбль «Ейәнсура» исемен йөрөтә башлай. Был коллективты ауылда ғына түгел, районда ла таный башлайҙар. Мөнир үҙе яҙған шиғырҙарын көйгә һалып, йырҙар башҡарған. Ансамбль Юрий Шатунов һәм Виктор Цойҙың, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, ололарҙың да, йәштәрҙең дә күңелен яулай, төбәктә “Ҡарауанһарай”, “Ант”, “Дәрүиш” төркөмдәре менән бер рәттән уңышлы сығыш яһай.
Талантлы егет мәктәпте тамамлағас, ул осор йәштәренә хас булғанса, “Дружба” колхозында тракторсы, төҙөүсе булып эшләй. 1988-1990 йылдарҙа Грузияла әрме сафында хеҙмәт итә, спорт һәм йыр буйынса үҙен күрһәтә.
Әрменән һуң Самаҙы ауылы мәҙәниәт йортонда художестволы етәксе булып эшләй, “Ейәнсура” ансамблендә төрлө темаға йырҙар ижад итә, төркөм менән ике тапҡыр Өфөлә сығыш яһайҙар: тәүге тапҡыр – “Урал моңо” конкурсында, икенсе мәртәбә – ейәнсураларҙың “Аҡ тирмә” концертында. “Урал моңо” конкурсында лауреат булалар.
1993 йылда Мөнир Иҫәнғол ауылы ҡыҙы Айгөл Аҡкөбәкова менән ҡауыша, октябрь айында туй үткәреп, Самаҙы ауылында йәшәй башлайҙар. Ул ваҡытта егеткә 24 йәш, ә кәләшенә 19 йәш булған. Ғаилә клубта төрлө саралар ойоштора: теге йәки был байрамға арналған концерттар, конкурстар, Яңы йыл байрамында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ролдәрен башҡаралар. Шулай уҡ “Ейәнсура” ансамбле менән байрам көндәрендә “тере” тауышҡа дискотекалар үтә.
Кәләше лә сәнғәткә ғашиҡ йәндәрҙән, бәләкәйҙән йырларға яратҡан, өс йәшенән район мәҙәниәт йортонда сығыш яһаған. Ете йәшендә Нәзифә Ҡадырова йырлаған йырҙы отоп, һабантуйҙа “Мандолина” йырын башҡарған һәм беренсе урын алған. Тырыш ҡыҙға билдәле йырсы Лилиә Букеева ҡурсаҡ бүләк иткән. Ул ҡурсаҡ әлеге көндә лә шул ваҡиғаны хәтерләтеп тора.
Йәш ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килгәс, 2006 йылда ҡыҙҙары Лиана донъяға килгән, уны сабый сағынан башҡорт йырҙарын тыңлатып, спортҡа һөйөү тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балаға алты ай тулғанда, атаһы диссертация яҡлай һәм филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала.
Биш йәше тулғас, Лиана ҡала мәҙәниәт һарайындағы “Арман” төркөмөндә шөғөлләнә башлай, етәксеһе Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы Зөбәйерова ҡыҙҙы сәхнәлә матур итеп сығыш яһарға, бейергә өйрәткән.
2011 йылда Ҡарабаевтар ғаиләһенә ҙур ҡыуаныс өҫтәп улдары Алмаз тыуған. Үҫә төшкәс, малай каратэ секцияһына йөрөй. Атай менән әсәй бала саҡтарын иҫкә алып, балаларға тауҙан кәритәгә ултырып шыуғандарын, тәбиғәт ҡосағында уйнауҙарын, китап уҡып, шиғыр яҙыуҙарын һөйләй, Лиана менән Алмаз быларҙың барыһын да татып ҡарай. Ауылда бесән сабып алып ҡайтыу, яҡындарға ярҙамлашыу ҙа ғаилә өсөн ят күренеш түгел – хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү бала саҡтан уҡ башлана. Ауыл тормошо, ер эше менән балаларҙы таныштырып үҫтереү өсөн ҡаланан 50 саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдан йорт алып, йәйге каникул көндәрен шунда үткәрәләр.
Хәҙерге көндә Ҡарабаевтар ғаиләһе төрлө сараларҙа, ярыштарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, тәжрибә туплай, үҫешә. Лиана уҡыуҙа ата-әсәһенең ғорурлығы, гимназияла “Башланғыс кластарҙа лидер” (2016 йыл), “Иң яҡшы уҡыусы – 2017” титулын алыуы ҙур бәхет. Республика һәм ҡала кимәлендәге уҙғарылған конференцияларға ғилми эштәрҙе бергәләп эшләйҙәр. Ҡыҙҙың “Бөйөк Ватан һуғышы тарихы Стәрлетамаҡ урамдары атамаларында” тигән эше юғары баһаланған. Спорт, яратҡан шөғөл, яҡшы уҡыу, ололарҙы ихтирам итеү, бәйгеләрҙә ҡатнашыу – балаларҙың оло маҡсаты.
– Был Шыршы һылыуы (беҙҙең ҡул эшебеҙ) “Шыршыҡай, йәшә!” ҡала конкурсында еңеү яуланы. Атайымдың ҡулдары оҫта, тағараҡ эшләне, ә мин уны биҙәп, ҡала бәйгеһендә беренсе урын алдым. “Мин уҡырға яратам” фотоконкурсында ҡатнашып, ҡустым менән грамота алдыҡ. Гимназияла йәйгеһен балалар өсөн лагерь эшләй, ҡустым менән шунда ял итәбеҙ, үҙ һәләттәребеҙҙе күрһәтәбеҙ. Мәктәп йылдарынан алып әсәйем мылтыҡтан атыу менән шөғөлләнә, ҡала уҡытыусылары араһында Спартакиадала беренсе урын яуланы.
Үҙебеҙҙең шәжәрәне төҙөр өсөн ҙур эш башҡарҙыҡ, ата-бабаларҙың тарихы, һуғышта ҡатнашҡан туғандарыбыҙҙың батырлығы тураһында Иҫәнғолда йәшәүсе Йәрмөхәмәтов Гәрәй Йәрмөхәмәт улынан тулы мәғлүмәт алдыҡ. Алмаз ҡустым – нәҫелдең 10-сы быуыны. Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында “Шәжәрә байрамы” юбилей сараһында ҡатнаштыҡ. Был конкурста үҙебеҙҙең тамырыбыҙ – Үҫәргән ырыуы хаҡында, Ейәнсура районының матур тәбиғәте, унда йәшәүсе егәрле, ҡунаҡсыл халҡы тураһында ҙур сәхнәнән видеопрезентация ҡулланып, тамашасыларға киң мәғлүмәт бирҙек. Ҡала хакимиәтенән Рәхмәт хаты һәм бүләктәр алдыҡ. Берҙәмлектә – көс! – тип һөйләне беҙгә Лиана. Әйткәндәй, ҡыҙ 2017-2018 йылғы уҡыу йылында башҡорт теле буйынса Ҡала олимпиадаһында 1-се урын яуланы.
Ҡустыһы Алмаз да төшөп ҡалғандарҙан түгел. Стәрлетамаҡта Республика “Комедиялы хоромина” балалар театры конкурсында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ҡарамағындағы балалар баҡсаһы коллективы башҡорт халыҡ “Умырзая” легендаһын сәхнәләштергән. Бәләкәс актерҙар әкиәтте башҡорт телендә сәхнәләштереп, 1-се урынға лайыҡ булған, төп роль – Дегәнәк ханды Ҡарабаев Алмаз уйнаған.
“Сода” мәҙәниәт йортонда кесе театр буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ “Тамсылағы сағылыш” конкурс-фестивале үтеп, ике актерҙан торған “Алтынай” театр коллективы Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк күрһәткән. Ике бала, Искәндәр Ғимранов менән Алмаз Ҡарабаев, рус телендә Әсҡәт һәм Кендек образдарын сәхнәләштергән. Төрлө яҡтан килгән жюри ағзалары араһында Италиянан да вәкил булған. “Алтынай” театр коллективы 1-се дәрәжә дипломға ирешеп, жюри тарафынан еңеүсе тип танылған.
Алмаз Экология йылына бағышланған “Башҡортостанымдың ҡанатлы дуҫтары” конкурсында “Иң яҡшы тағараҡ” һәм “Тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәре” номинацияларында 1-се урындар алған.
Ғаилә башлығы Мөнир Иҙел улы Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Уның студенттары төрлө конференцияларҙа ҡатнаша һәм конкурстарҙа призлы урындар яулай. Үҙе башҡорт теленең төрлө мәсьәләләре буйынса фәнни журналдарҙа мәҡәләләр баҫтыра. Башҡорт, яҡут һәм ҡаҙаҡ ғалимдары менән авторҙашлыҡта Австрия, Италия, Әзербайжан, Һиндостан, Иран илдәрендә сыҡҡан һәм халыҡ-ара Scopus һәм Web of Scince ғилми базаһына ингән журналдарҙа инглиз телендә мәҡәләләре донъя күрҙе. Башҡорт филологияһында беренселәрҙән булып был фәнни базаларға ингән журналдарҙа М.Ҡарабаев һәм уның авторҙаштарының (Г.Р. Абдуллина, З.К. Ишкилдина) ғилми мәҡәләһе баҫтырылды. Уның авторҙашлығында 2017 йылда уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптә уҡыған башҡорт балалары өсөн 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се һәм 9-сы класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән “Китап” нәшриәтендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” дәреслеге баҫылып сыҡты.
Айгөл Радик ҡыҙы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары һәм башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Уның уҡыусылары ла төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа һәм ҡала олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулай.