Бөтә яңылыҡтар

МАКУЛАТУРА ТАПШЫР ҘА АҒАСТЫ ҠОТҠАР!

“Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы 14 майҙан 15 июнгә тиклем барлыҡ район-ҡалаларҙа үтә.

Республикала сираттағы экология акцияһы иғлан ителде. “Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы 14 майҙан 15 июнгә тиклем барлыҡ район-ҡалаларҙа үтә. Экомарафонда уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары, предприятие-хужалыҡтар ҡатнаша. Еңеүселәргә һәм әүҙем ҡатнашыусыларға аҡсалата премия, ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар тапшырыласаҡ (тулыраҡ – www.Сдай Бумагу.рф сайтында).
Теманы дауам итеп
Макулатура эшкәртеүгә бөгөн барлыҡ үҫешкән илдәр етди ҡарай. Был эш башлыса мәктәп балаларының шөғөлө булараҡ ҡабул итергә ғәҙәтләнһәк тә, ғәмәлдә иһә үтә фәһемле акция. Тәбиғәтебеҙҙең йәшел ҡалҡаны ағастарҙы, экологияны һаҡлауға тос өлөш ул.
Бер тонна макулатура эшкәртеү ун төп ағасты ҡотҡарырға, 20000 литр һыуҙы, мең киловатт сәғәт электр энергияһын экономияларға мөмкинлек бирә. Йәнә иҫке ҡағыҙ, ҡатырғаларҙы утилләштереүҙең тирә-яҡ мөхит өсөн файҙаһы ла ҙур. Ташлап ҡуйылған макулатура төрлө ағыуҙар бүлеп сығара. Мәҫәлән, формальдегид, хлор диоксины... Ә уларҙы ҡабаттан ҡулланыуға эшкәрткәндә бындай зарарлы матдәләр кәмей, тимәк, атмосфераға химия һәм токсиндар аҙыраҡ эләгә.
Америка экологтары билдәләүенсә, ҡалдыҡтарҙы эшкәрткән ваҡытта һауаның бысраныу ихтималлығы 74 проценттан 35 процентҡа тиклем аҙая. Һуңғы йылдарҙа донъяла кешелектең ҡағыҙҙы дүрт-биш тапҡырға күберәк тотоноуы билдәләнгән, йыл һайын миллион тонна ҡағыҙ ҡулланабыҙ. Планетала ҡырҡылған барлыҡ ағастың сирек өлөшө целлюлоза-ҡағыҙ фабрикаларына ебәрелә. Дөйөм һандың 16 проценты ғына сәнәғәт өсөн махсус үҫтерелгән ағас.
Ҡыҫҡаһы, йорт­тарыбыҙҙа, эш урындарыбыҙҙа төргәк-төргәк иҫке гәзиттәр, журналдар өйөлөп ятыуы, үҙенә төрлө бөжәктәрҙе, саң йыйыуы менән һаулыҡҡа ла зыянлы. Уларҙы тапшырып, тирә-яҡ мөхитте сүпләндереүҙән дә, тәбиғәтебеҙҙе ҡоротоуҙан да һаҡлап ҡалабыҙ. Акцияла әүҙем ҡатнашайыҡ! Был – һәр кемдең ҡулынан килә торған эш.
Читайте нас: