Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
23 Июль 2018, 16:40

БӘНДӘБИКӘ РУХЫ ҺАҠЛАНҒАН ЕРҘӘ

Һәр нәмәгә сәбәп кәрәк. Ҡышын БСТ-ла Гүзәл Хәмитованың “Мистический Башкортостан” проектында Бәндәбикә кәшәнәһе тураһында тапшырыу ҡарағас, уны барып күреү теләге уянғайны. Бына, яйы ла сыҡты. Ҡыҙыу июль көндәренең береһендә шул тарафтарға юл асылды.

Һәр нәмәгә сәбәп кәрәк. Ҡышын БСТ-ла Гүзәл Хәмитованың “Мистический Башкортостан” проектында Бәндәбикә кәшәнәһе тураһында тапшырыу ҡарағас, уны барып күреү теләге уянғайны. Бына, яйы ла сыҡты. Ҡыҙыу июль көндәренең береһендә шул тарафтарға юл асылды.
Күрше райондың “кәртә аҫтында” ғына булған Мәҡсүт ауылы биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Алсу Сачкова беҙҙе – “Ейәнсура таңдары” гәзите коллективын – алсаҡ ҡаршыланы, асҡысты беҙҙең кеүек сәйәхәтселәр төркөмө алып китеүен әйтеп, саҡ ҡына көтөргә ҡушты. Беҙ – эш кешеләре, эшебеҙ ҡала, йәнәһе, ҡаршы барырға тәҡдим иттек. Ауылдан тауға табан боролоуға, кәшәнә яғынан төшөп килгән төркөм менән тап булыштыҡ та. Артабан йәйәү киттек. Алсу кәшәнә, Бәндәбикә тураһында үҙе белгәндәрҙе һөйләп бара. Боронғо кәшәнә емерелгәс, урынына 2008 йылда яңыһы төҙөлгән икән, “ә эсендә бер ни ҙә юҡ: һөлдәне антропологтар ҡасандыр алып киткән дә кире ҡайтарып ҡуймаған. Унда ҡарарлыҡ, күрһәтерлек бер ни ҙә юҡ”. Беҙгә барыбер ҡыҙыҡ. Эскә үтәбеҙ. Ҡаршыңда асылған күренеш ҡайҙалыр тарих төпкөлөнә әйҙәгәндәй. Археолог Нияз Мәжитов раҫлауынса, 14-15-се быуаттарҙа аҡһыл һәм шыршы орнаментлы ҡыҙыл кирбестән һалынған элекке кәшәнәнән (һүрәттә - минең наборҙа) кирбес өйөмө генә ҡалып, ул кәртәләп алынған. Ике төрлө – дүрткел һәм шаҡмаҡ итеп һуғылған боронғо кирбестәрҙең ныҡлығына иҫең китерлек, мөйөштәре һис тә кителмәгән, онталмаған – бөтөн килеш яталар. Ил инәһе Бәндәбикә иһә “Ай тотолған төндә” спектаклендә Зәйтүнә Бикбулатова һынландырған Тәнкәбикә образында килеп баҫа: бик абруйлы, һынсыл, батыр, тәүәккәл.

Кем ул Бәндәбикә?
Сығанаҡтарға ҡарағанда, Бәндәбикә хәҙерге Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында һәм шул тирәләрҙәге ырыу-аралар менән етәкселек иткән. Ырыуын әйҙәп, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап торған үтә лә аҡыллы, үҙ халҡының берҙәмлеген яҡлаусы, яҡлаусыһы ғына түгел, кәңәшсеһе лә булып, «Ерәнсә сәсән» легендаһында исеме бөгөнгө көндәргәсә һаҡланып ҡалған шәхес. Ул үҙ заманында иң алдынғы исемгә, «Әүлиә» исеменә лайыҡ булып, тарих биттәрендә быуаттар буйына һаҡланған. Риүәйәт буйынса Бәндәбикә бик зирәк аҡыллы ҡатын булған. Ҡаҙаҡтар менән үҙ-ара һуғышты бөтөрөүгә ҙур көс һалған. Бәндәбикә тураһында тулыраҡ белергә теләп, интернет киңлектәрен гиҙгәндә, мәғлүмәттәрҙең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы күҙгә ташланды. Йәшәгән йылдары төрлөсә күрһәтелеүе етмәгән (берсә IX, берсә XIV быуат тиелә), балалар яҙыусыһы Тамара Искәндәриә “Бәндәбикә менән Ерәнсә” әкиәтендә уны Ыҡ йылғаһы буйында йәшәтеп ҡуя: “Элек Ыҡ йылғаһы даръялай аҡҡан. Шуның ярында Бәндәбикә йәшәгән. Зирәк аҡылы менән тирә-яҡта дан тотҡан…”
Рәсми фән раҫлауынса, Күгәрсен районы биләмәләре ҡасандыр бөтә төрки донъяһы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған ҡыпсаҡтарҙыҡы булған. Ата-бабаларыбыҙ әйтмешләй, “тарихты халыҡ хасил итә, тарих үҙе лә һәр кешенең яҙмышында сағыла”. Башҡорт милләтенең үҫеш юлын быуаттан-быуатҡа телдән төшмәгән данлы шәхестәрҙең яҙмышы аша кү­ҙәтергә була. Беҙҙең өсөн ундай изге исемдәрҙең береһе – Бәндәбикә.
Рәсми мәғлүмәттәр­гә мөрәжәғәт итәйек. “1966 йылда Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылының зыяраты биләмәһендә алып барылған археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында монументаль ҡоролма ҡалдыҡтары табыла. Ҡурғандың бейеклеге – 3 метр, диаметры – 24-25 метр. Нияз Мәжитовтың “Тайны древнего Урала” ти­гән китабында теркәлгән хикәйәткә ярашлы, был – ошо ерҙәрҙә ете быуат элек йәшәгән аҡыллы һәм батыр ҡа­тын Бәндәбикәнең мавзолейы. Бил­дәле булыуынса, борон замандарҙа башҡорттар ҡаҙаҡтар менән һәм үҙ-ара барымта-ҡарымта яуҙарынан яфа сиккән. Тәүәккәл Бәндәбикә халҡын күршеләре менән тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә күндергән. Уны үҙ ҡәбиләһе генә түгел, тирә-яҡ халыҡтар ҙа бик ихти­рам иткән”. Бәндәбикә менән Ерәнсә гел бергә телгә алына. Ул, легенданан билдәле булыуынса, Бән­дәбикәнең ѓаиләһендә тәрбиә­ләнә, һуңынан уға өйләнә. Бәндәбикәнең тарихи шәхес икәнлегендә шикләнмәйбеҙ, быны кәшәнә һәм легенда дәлилләй. Әммә Ерәнсәгә ҡағылышлы икеләнеүҙәр тыуыуы ихтимал, сөнки Ерәнсә, сә­сән һәм легендар шәхес булараҡ, күп төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында йәшәй. Ҡаҙаҡта – Жеренше, нуғайҙа – Еренше-шешен һәм баш­ҡалар. Әйткәндәй, Ейәнсура районына ҡунаҡҡа килгән ҡаҙаҡтар бөгөнгө көндә лә Үрген буйындағы уның фараз ителгән ҡәберен барып күреүҙе бер мәртәбәгә һанай. Хатта Алма-Атала Ерәнсә сәсән урамы ла бар, тиҙәр. Тик ошо көнгә тиклем уның ҡайҙа тыуғанлығы, ҡайҙа ерләнгәнлеге лә асыҡланмаған. Кәшәнәлә ерлән­гән ҡатын, фән дәлилләүенсә, ун дүр­тенсе быуат­тарҙа йәшәгән, ә Ерәнсә сәсәнде ауыҙ-тел ижады ун һигеҙенсе быуатҡа теркәй. Мосолмандар тәүҙә Һижри иҫәп буйынса йәшәп, аҙаҡ Миләди иҫәпкә күсеүе шулай буталсыҡ тыуҙырғанмы, әллә Ерәнсә сәсән аҙаҡ фольклор геройына, йыйылма образға әүрелеп, быуаттан-быуатҡа күскәнме?
Хәйер, беҙҙең кәшәнәгә сәйәхәтебеҙ быны асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйманы. Алыҫтағы, сит илдәрҙәге нәмәләргә генә ҡыҙыҡмай, үҙебеҙҙекенә лә иғтибар итәйек, тибеҙ. Эске туризмды үҫтереү тураһында һуңғы ваҡытта күп һөйләнелә. Ә Бәндәбикә менән Ерәнсә тураһында легенда быға бик һәйбәт нигеҙ булыр ине. Ерәнсәнең һуңғы төйәге менән Бәндәбикә йәшәгән өй араһында тура юл, моғайын, булғандыр. Кәшәнә иһә Бәндәбикәнең өй урынында урынлашҡан (легендаға ярашлы, уны, үҙенең һорауы буйынса, өйөнә ерләгәндәр. Хәҙерге быуын хәтерләүенсә, борон Үрген инәйҙәре, өйөн нигеҙе менән ҡуша ер упҡан, тип һөйләр булған). Легендаға ярашлы, ҡатынының үлемендә үҙен ғәйепле тойоп, уны тыңламағанына ныҡ үкенеп, ярһып сығып киткән Ерәнсә Наҙый йылғаһы Үргенгә ҡойған ерҙә аты менән бергә ҡаянан һикерә. Ҡыҫҡаһы, Урта быуаттарҙағы сит ил тарихын белеү-өйрәнеү менән генә хушһынмай, үҙебеҙҙекенә лә иғтибарҙы арттырһаҡ, шундай иҫтәлекле, тарихы урындарға турист һуҡмаҡтары һалһаҡ, һис тә насар булмаҫ ине, беҙҙеңсә. Юғиһә, кәшәнә бөгөн хужаһыҙ хәлдә. Мәҡсүт ауыл биләмәһе башлығы Әхмәтйән Вәлитов та (һүрәттә) ошо йүнәлештә эш алып барыуҙарын, Дәүләт Думаһы депутатына ла мөрәжәғәт менән сығыуҙарын әйтте. “Кәшәнә әлегә беҙҙең баланста түгел, мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында. Юғарынан рөхсәт булмайынса, үҙ белдегебеҙ менән хәҙергә бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ. Ә кәшәнәгә илтеүсе плитә түшәлгән юлды ошо арала ҡый үләндәренән арындырырбыҙ”, – тип ышандырҙы ул.

Әйткәндәй
Кәшәнә – архитектура ҡоролмаһы, унда мосолман культ ҡоролмаларына хас архитектура-төҙөлөш элементтары бар. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле, башлыса портал рәүешендә эшләнгән ишекле ҡоролма. Кәшәнә һүҙе башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән һәм ул ҡәбер өҫтөнә төҙөлгән таш ҡоролманы аңлата. Борон аруйлы кешеләр, хандар, батырҙар, дин әһелдәре, әүлиәләрҙең ҡәберҙәренә кәшәнәләр ҡорор булғандар. Ҡәбер өҫтөндәге таш йорт унда абруйлы кешенең ерләнгәнен күрһәтеп торған. Әүлиә кәшәнәләренә кешеләр килеп доға уҡыр булған.
Башҡортостанда беҙҙең көнгә барлығы өс кенә кәшәнә һаҡланып килеп еткән. Улар – Бәндәбикә, Хөсәйенбәк, Турахан кәшәнәләре, тәүгеһе – Күгәрсен районында, ҡалған икеһе Шишмә районында урынлашҡан.
Читайте нас: