Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
27 Июль 2018, 12:28

БЕЙЕМӘГӘН БАШҠОРТ ЮҠ

Ошо көндәрҙә Алабайтал ауылындағы “Ал елкән”дә “Йәйләү” сәләмәтлек-һөнәри лагеры асылыу тантанаһы үтте

Ошо көндәрҙә Алабайтал ауылындағы “Ал елкән”дә “Йәйләү” сәләмәтлек-һөнәри лагеры асылыу тантанаһы үтте. Әйтергә кәрәк, халыҡ ғөрөф-ғәҙәте һәм йолаларына нигеҙләнеп эшләнгән “Йәйләү” программаһы ҙур һорау менән файҙаланыла, уның тураһында хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә беләләр. Тик эш шунда – путевкалар тиҙ генә таралып бөтә, теләүселәр күп, әммә урындар етмәй.
Әйткәндәй, сара хаҡында сит илдә лә белә башлағандар, быйыл Американан өс бала ял итергә килергә тейеш булған, икәүһе виза алып өлгәрмәгәнлектән килә алмаған, апрелдә үк визаны хәстәрләй башлаған бер үҫмер – Динислам Ғимранов-Лион килгән. Егет бик интелегентлы, заманса ғаиләнән, әсәһе Айгөл Ғимранова-Лион элек БСТ-ла эшләгән, әле АҠШ-та журналист. Атаһы Авраам Лион Лос-Анджелес университетында уҡыта, ғалим.
Динисламға 14 йәш, һигеҙенсе класты тамамлаған. Ғаиләлә ул беренсе бала, һеңлеһе Мәрйәм бар. Америка мәктәбе уҡыусыһы башҡорт, татар, рус, ингилиз телдәрендә иркен аралаша, скрипкала уйнай. Динисламды ата-әсәһе йыл ярым һайын төрлө ерҙәргә ялға ебәрә, был юлы ул Мәскәүгә самолетта ун ике сәғәт осҡан, Ҡазанда ике аҙна лагерҙа булған, шунан Ейәнсураға килгән.
Мин Динисламдың башҡорт күмәк бейеүендә ниндәй ҙур ихласлыҡ һәм яуаплылыҡ менән ҡатнашыуын күреп, өмөтлө, аҡыллы, талантлы, булдыҡлы йәштәр үҫеп килеүенә, уларға ышаныслы таянырға мөмкин икәнлегенә һөйөндөм.
«Йәйләү” йылдан-йыл камиллаша. Мәҫәлән, вожатыйҙарҙың ҡайһы берҙәре Мәскәүҙән килгән, улар ябай түгел – башҡорт телен һәм тарихын яҡшы беләләр, үҙҙәре бейей һәм йырлай, халыҡ уйын ҡоралдарында уйнай. Дилбәр Байморатова – шундайҙарҙан берәү. Ҡыҙға 18 йәш, 6 йыл рәттән “Йәйләү”ҙә ял иткән, быйыл үҙе бында тәрбиәсе булып урынлашҡан.
Лагерҙы асыу гөрләп үтте. Ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән ҡаршыланылар. Балалар ырыуҙарға бүленеп халыҡ йырҙарын йырланы, бейене, байраҡ күтәрҙе, гимн тыңланы. Лагерь директоры Байрас Ҡансурин байрамды асыҡ тип иғлан итеп, изге теләктәрен еткерҙе. Проект авторы Мәрйәм Бураҡаева телмәр тотто, ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдереүселәр табылды. Силәбенән килгән эшҡыуар Ғәлимйән Әминев фекерен әйтте.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар, балалар! Бына 21-се йыл рәттән “Йәйләү” гимнын тыңланым һәм һаман да тулҡынланам. Рәхмәт һеҙгә. Беҙҙең эшебеҙҙе лайыҡлы дауам итәһегеҙ. Бер ҡасан да рух күтәренкелеген юғалтмағыҙ. Һеҙҙең ҡанығыҙҙа талант, һәләт, тамырҙарығыҙға хөрмәт бар бит, – тине Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.
Минең йортом бында йәнәш кенә урынлашҡан, нишләп быға тиклем һеҙҙең байрамға эләкмәгәнмендер, бөгөн рәхәтләнеп күңел ялы алдым. Бигерәк тә бейеү ғәмәлен яҡшы ҡабул иттем. Бында йәнә ҙур ҡәнәғәтләнеү менән килеп ял итеремә ышанам, тине Ғәлимйән Әминев.
“Бейемәгән башҡорт юҡ!” тигән һүҙҙәрҙе алып барыусы микрофонға әйтеү менән, барыһына ла, йәһәт кенә бейергә “әмер” бирелде. Бөтә ҡунаҡтар, тәрбиәселәр, балалар бейей башланы, мине лә төшөрҙөләр! Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы менән парлашып бейеп йөрөгәндә башта “Был бит тарихи мәл!” тигән уй йүгереп үтте. Бейеү бит ул күңел торошо!
Ҡыҫҡаһы, шәп үтте сара. Йәй үтеп тә бара, ә мин беренсе тапҡыр тормош ығы-зығыһынан арынып, ял итеп ҡайттым.
Читайте нас: