Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
24 Сентябрь 2018, 12:30

УЛ БӘХЕТ КЕМГӘ ТЕЙӘ

Янбаевтар балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Уларҙың һәр береһе тураһында айырым мәҡәлә яҙырға була, сөнки һәр береһенең тормошо ата-әсәһенеке кеүек матур ҡоролған, донъялары әллә ҡайҙан уңған хужалар йәшәүе тураһында һөйләп тора...

“Ғаилә – тормошобоҙҙоң нигеҙе, дәүләттең киләсәге. Ҡорған ғаиләбеҙҙе матур итеп, бер-беребеҙҙе хөрмәтләп, бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙамлашып йәшәү – һәр беребеҙҙең изге бурысы, – ти Лиза һәм Камил Янбаевтар. – Бер ваҡытта ла байлыҡ йыйманыҡ, 7 бала табып, уларҙы уҡытып, оло тормош юлына оҙаттыҡ. Һәр береһенә матур итеп туйҙар үткәрҙек. Донъя көткәндәрендә лә һәр саҡ терәк булып, кәрәк саҡта тел, йә ҡул ярҙамы күрһәтеп торабыҙ. Бөгөнгө көндә балаларыбыҙ үҙҙәре ҡайны, ҡәйнә-бейем булып бөтөп баралар. 18 ейән-ейәнсәребеҙ, 20 бүлә-бүләсәребеҙ бар. Быйыл, Ғаилә йылында Филүзә ейәнсәребеҙҙе кейәүгә биреп, Әлфир ейәнебеҙгә килен алдыҡ. Әлеге көндә төп нигеҙҙә беҙгә хөрмәт күрһәтеп ике килен йүгереп йөрөй. Венера киленемә рәхмәт, йыуа ла, бешерә лә, иртән торғандан ҡара кискә тиклем аяҡ өҫтөндә, бер ултырмай, нисек арымай”, – тип теҙеп алып китте ҡайны менән бейем. Ул бәхет кемгә тәтей, тип өҫтәне Лиза апай.

Лиза Хәсән ҡыҙы менән Камил Әбделхаҡ улы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Уларҙың һәр береһе тураһында айырым мәҡәлә яҙырға була, сөнки һәр береһенең тормошо ата-әсәһенеке кеүек матур ҡоролған, донъялары әллә ҡайҙан уңған хужалар йәшәүе тураһында һөйләп тора. Әйткәндәй, Камил ағай менән Лиза апай үткән йыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында “Күркәм ғаилә” номинацияһына лайыҡ булып, иҫтәлекле бүләк һәм Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнгәйне. Шулай уҡ, ауылда иң оҙаҡ килен менән бергә йәшәүсе бейем дә ул Лиза апай. 25 йыл Венера килене менән бергә донъя көтөп, ауылдаштарға өлгө булып тора. Уларҙың сафына быйыл Гөлназ килендәре ҡушылды. Ғорур бейем Фәнил, Венер, Илшат һәм Илфат улдарының хәләлдәре тураһында: “Улар эш менән генә алдырмай, төрлө яҡтан килгән, ваҡ-төйәк хәстәрләү, йүнләү яғынан да шәптәр”, – ти килендәрен маҡтап. Улдары ла төшөп ҡалғандарҙан түгел, һәр береһенең яратҡан эше бар, кәрәк-яраҡты хәстәрләп, йүнләһә, килендәре йәтешләп, әрәм-шәрәм итмәй эш итеп ҡуя. Балалары ата-әсәһен онотмай, байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә төп йортҡа йыйыла. 18 сентябрҙә Камил ағай үҙенең 83 йәшлек ғүмер байрамын билдәләһә, бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итеүҙәренә быйыл 60 йыл булып үтте.
60 йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән икән, тип беренсе осрашҡан саҡтарын иҫкә төшөрөп, ғүмер йомғаҡтарын һүттеләр. Лиза апай Үрген мәктәбенә уҡырға килә, ә был ваҡытта Камил ағай Салауат ҡалаһында слесарь һөнәрен үҙләштерә. Атайҙары һуғышта үлгән малайҙарҙы 1955 йылда, 10-сы класты тамамлағас, йыйып уҡырға ебәргән булалар һәм 5 ай эшләгәндән һуң ауылға ҡайта. Йәш йөрәк елпенә, кис еткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, Сатра урамында Хөббиямал инәйҙәренең ҡапҡа төбөндә ултырған ҡыҙҙар янына ашыға. Улар янында был инәйҙәргә фатирға төшкән ҡыҙҙар ҙа була. Текләп ҡарап ултырмаһа ла, күҙ һалып ҡуя һәм ҡыҙ янына килә башлай. Быны һиҙеп ҡалған инәйҙең бабайы эште оҙаҡҡа һуҙмай, Камил ағайҙың әсәһенә, үгәй атаһына әйтеп, тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар. Ғаиләлә һигеҙ бала, иң олоһо Камил ағай була. Шуға тиҙерәк егетте башлы-күҙле итеп, башҡа сығарыу була уйҙары. Алты пар ҡоҙа ҡыҙ яғында бер аҙна, шунан алты пар ҡоҙа егет яғында бер аҙна ҡунаҡ була.
– Беҙҙең никах 1958 йылда Валентин көнөндә булған икән, – ти ғаилә башлығы, – 28 февралдә ат егеп, икәүләшеп кенә Бикбауға ЗАГС-ҡа барҙыҡ, бер ниндәй ҙә шаһиттар ҙа булманы. Секретарь бер үҙе генә ултыра ине. 18 йәшең тулдымы, тип һораны ла, ыңғай яуап алғас, беҙҙе яҙып сығарҙы. Шунан 17 мартта туйыбыҙ булды. 1 июнь оҙатылып килдем, 3 июнь утауға төшөп киттем. Шунан алып колхозда быҙау ҡараусы, һыйыр һауыусы булып эшләнем. Балалар тапҡан ваҡытта декрет ялда 56 көн ултырабыҙ ҙа тағы эшкә төшәбеҙ. Балаларыбыҙ ауырыһа ла эште ҡалдырмай торғайныҡ. Фермала һыйырҙар быҙаулаған ваҡытта ирҙәребеҙ менән бергәләп балаларыбыҙҙы өйҙә ҡалдырып дежурға сыға торғайныҡ, –тип хәтирәләре менән бүлеште Лиза апай. Улар бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен оло ихтирам менән йылы итеп иҫкә алдылар, уларҙы һәм шул дәртләнеп эшләп йөрөгән йылдарын һағыныуҙары йөҙҙәренә сығып, бер аҙ моңһоуланып киттеләр. Камил ағай йәш сағында төҙөүсе була, һуңынан колхозда малдар һаны үтә лә күбәйеп киткәс, мал көтөргә сыға. Техникалар күбәйгәс, тимерсе кәрәк була. Шунан, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип 7 балалы булғас, тимерсе һөнәренә уҡый. Уны тик “бишле” билдәләренә генә тамамлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо һөнәренә тоғро ҡала. Улар икеһе лә хеҙмәт ветераны.
Йәшлек йылдары балалар, эш менән үтеп китһә, хәҙер хәтирәләргә төшөп, һөйләшеп ултырырға мөмкинлектәре күп. Алыҫта тороп ҡалған бала саҡтарын, ата-әсәләрен һағынып, һәр бер ваҡиғаны кисә генә булған һымаҡ бәйән итеүҙәре һоҡландырҙы. Ата-әсәләрен ғорурланып телгә алдылар. Лиза апай атаһынан ҡарында саҡта тороп ҡалған. Атаһы 1939 йылда армияға китә лә шул китеүҙән һуғышҡа алына. Ленинград өлкәһендә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә һәләк була. Ике бала менән тороп ҡалған әсәһе һауынсы булып эшләй, алдынғылар рәтендә була. Камил ағайҙың атаһы Карауанһарайҙа белем ала. Ҡара иҫәпкә шәп булғас, Стәрлетамаҡта һатыусылар курсында уҡып ҡайтып, лавкала эшләй. Уның ғәҙел булыуы тураһында һуңынан оҙаҡ һөйләнеләр. Ул да һуғышта һәләк була. Икебеҙ ҙә атай бәхете күрмәнек, ти геройҙарым. Киләсәгебеҙ имен-тыныс булып, балаларыбыҙ аяҙ күк аҫтында, йәшәһен, тип теләйҙәр. Атайҙарыбыҙҙың ҡәберлегенә үҙебеҙ бара алманыҡ, адрестары, бөтә наградаларын да һаҡлап ҡуйғанбыҙ, Алла бирһә, ейәндәребеҙ барып беҙҙең сәләмдәребеҙҙе еткерер, тип ышана улар. Хыялдар тормошҡа ашып, ололарҙың теләктәре ҡабул булһын.
Читайте нас: