Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
3 Октябрь 2018, 12:10

БАШҠОРТОСТАНДА РОГАТКАНАН АТЫП, УҠЫУСЫ ҠЫҘҘЫҢ КҮҘЕН ЙӘРӘХӘТЛӘГӘНДӘР

Башҡортостанда уҡыусы малай рогатканан атҡан һәм тиҫтеренең күҙенә эләккән.

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.


Башҡортостанда уҡыусы малай рогатканан атҡан һәм тиҫтеренең күҙенә эләккән. Был хәл Хәйбулла районында булған. «Башҡортостан» ДТРК-һына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, күҙе йәрәхәтләнгән 14 йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатылған.


Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара һәм уның һөҙөмтәләре буйыса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
Читайте нас: