Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
3 Октябрь 2018, 12:10

ӨФӨЛӘ БАЛЫҠСЫ ТОКТАН ҺУҒЫЛЫП ҮЛГӘН

Балыҡ тотоп ултырған ир ҡармаҡ ебен ырғытҡан һәм токтан һуғылып үлгән.

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
2 октябрҙә Өфөнөң Дим районында йылға буйында бер ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Ваҡиға урынына барып сыҡҡан шаһиттар әйтеүенсә, балыҡ тотоп ултырған ир ҡармаҡ ебен ырғытҡан һәм токтан һуғылып үлгән.
«Ашығыс ярҙам бригадаһы килһә лә, ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр», — тип хәбәр итә шаһит.
Әле урында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм «Башкирэнерго» вәкилдәре эшләй. Балыҡсының үлем сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас в