Беҙҙең районды республика кимәлендә күрһәткән йәштәребеҙ тураһында мин ниндәйҙер бер ғорурлыҡ, ҡыуаныс менән яҙам. Яҙасаҡ мәҡәләмдең геройы, ябай ғаиләнән сыҡҡан ябай егет, мине үҙенә ихласлығы менән йәлеп итте.
Әлеге ваҡытта Өфө авиация техник университетының 4-се курсында белем алыусы Илһам Эльбрус улы Рәхимғолов Иҫәнғол ауылынан. Беренсе класҡа 2-се мәктәпкә килгән малай физкультура менән бик дуҫ була. Ул 1-се кластан 6-сы класҡа тиклемтиҫтерҙәре араһында йүгереү буйынса берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәй. Ә 4-се класта уҡығанында Күмертауҙа уҙғарылған спартакиадала тәүге егерме кеше араһында була, ошо еңеүе уға Мәскәүгә эксурсияға барыу бәхетенә килтерә. Спортҡа булған һөйөүе уны мәктәп йылдарын тамамлағансы оҙатып йөрөй, әле лә үҙе өсөн булһа ла шөғөлләнә. “Спорт – теүәллеккә, тәртипкә өйрәтә. Башҡа төрлө уйҙарға урын ҡалдырмай”, – ти Илһам.
Эйе, бәләкәйҙән үҙенә маҡсат ҡуйып йәшәй ул. Иҫәнғолда уҡығанда математиканан сиреккә “өслө” билдәләре сыҡҡан ваҡыттары була, Өфөгә 8-се класҡа Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға килгәс тә математиканан тәүге йылы “өс” сыға. Тырышып, намыҫланып, насар билдәне “биш”кә төҙәтә ул, ә инде һуңынан унда физмат профиле буйынса уҡып, математиканан олимпиадаларҙа ҡатнашып йөрөй. Бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан был белем усағында уҡыу уға бик оҡшай, сөнки гимназияла үҙеңде тик уҡыуға ғына бағышлайһың, бик төплө белем алаһың, ти ул. Шулай уҡ йыр, ҡурай түңәрәктәренә йөрөргә ваҡыт таба, хатта бында уҡығанда шиғырҙар ҙа яҙа башлай.
Һөнәр һайлауға килгәндә, өләсәһе уға бала сағынан табип бул, тип әйтһә лә, медицина уның күңеленә ятмай. Техника тарта уны үҙенә, атаһы яҡлап ҡартаһы Миңлебай комбайнер, тракторсы булып эшләгән, техникаға ынтылыш нәҫелдән киләлер ул, ти Илһам. Техникаға булған һөйөүе уны Өфө авиация техник университетына килтерә һәм ул, хыялдарын тормошҡа ашырып, авионика, энергетика һәм мәғлүмәт коммуникациялары факультеты студенты булып китә. Әлбиттә, ул башҡа абитуриенттар кеүек үк төрлө уҡыу йорттарында бәхетен һынап ҡарай, әммә был уҡыу йорто уны тамамлағас, хәрби юлдан китеү мөмкинлеге булыуы менән уға бигерәк оҡшай. Бында уҡыу уға тәртип яғы ныҡ булыуы, таҙалығы менән дә күңеленә ятҡан. Илһамдың әйтеүенсә, стипендия ла башҡа уҡыу йорттары менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк булып, ул әсәйҙәренән бөтөнләй аҡса алмай икән. 2-се курстан һуң Өфөлә УМПО-ла практика үтә, ә быйылғы йәйҙә 3-сөнө тамамлағас, Ырымбурҙағы хәрби-транспорт авиацияһында стажировка үтә һәм унда хәрби присяга ҡабул итә. Уҡыуын тамамлағас, ул Рәсәй Ҡораллы көстәрендә лейтенант дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтен дауам итә аласаҡ.
Илһам 1-се, 2-се курстарҙа уҡығанында районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан йыйылған үҙе кеүек үк шаян, тапҡыр егеттәрҙән торған “Мыртый” командаһын республика кимәлендә Башҡорт асыҡ КВН лигаһында күрһәтә. Унда ҡатышҡан егеттәр бөтәһе лә техник вуздарҙа белем ала, юғарыраҡ курстарҙа уҡыуы ҡыйыныраҡ булғанға күрә, уҡыу яғына күберәк иғтибар бирер өсөн команда тарҡала. Шулай ҙа Илһам яҡташтары менән осрашырға ла, гитара ҡылдарын тибрәтеп йырҙар яҙырға ла ваҡыт таба. Өлгөр кеше, ҡайҙа ла өлгөр инде. Ул, беҙ осрашҡан арала, үҙенең йырҙарын йырлап күрһәтергә лә, мин тәҡдим иткән дүрт һүҙҙән бер куплетлы йырҙар сығарырға ла өлгөрҙө. Ейәнсура районы йәштәре берлегенең иң әүҙем ағзаһы була ул быға тиклем, дискотекалар уҙғарыуҙа ярҙам итә, төрлө видеосаҡырыуҙар төшөрөргә унан оҫта кеше булмай. Уның оҫта ойоштороусы икәнен белгән райондаштары 14 сентябрҙә үткәрелгән Ейәнсура районы йәштәре берлегенең тәүге йыйылышында уны ойошманың етәксеһе итеп һайлап ҡуйған. Әлегә төрлө пландар менән яна ул, киләсәктә үҙенең уңыштары менән бүлешеп торор тип уйлайбыҙ.
Бер туғандары Илдар һәм Илнарға – иптәш, өлгө, әсәһе Гөлзада һәм ағаһы
Рубертҡа терәк булып, уларҙы ҡыуандырып йәшәй ул. Эсеүгә, тартыуға ҡарата
негатив ҡарашлы егет үҙенең уй-ниәттәренә, хыялдарына тоғро ҡалып, маҡсатлы
йәшәп, ҙур уңыштарға ирешер тигән өмөттәбеҙ. Замана йәштәре әүҙем булырға тейеш, етмеш төрлө һөнәргә эйә булыу әлегә
берәүгә лә ҡамасаулыҡ иткәне юҡ әле.