Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
20 Декабрь 2018, 11:51

Республика етәксеһе янында ҡунаҡта

Республика етәксеһе янында ҡунаҡта

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беҙҙең районға эш сәфәре ваҡытында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта булғанында, унда тәрбиәләнеүсе 6-сы класс уҡыусыһы Айгүзәл Аҙнабаева менән танышып, Республика йортона ҡунаҡҡа саҡырғайны. Республика ойошторолоуға 100 йыл тулыуға бағышлап приют балалары араһында уҙғарылған ижади конкурс­та республика райондарынан ҡатнашҡан 183 бала араһынан беҙҙең Айгүзәл дә лауреат исемен алған. Ҡыҙыҡай шиғырҙар ғына яҙмай, матур итеп һүрәттәр ҙә төшөрә. Республика етәксеһе төрлө райондарҙан килгән балаларға үҙенең эш кабинетын, эшлекле осрашыуҙар, кәңәшмәләр залын күрһәткән, эше тураһында һөйләгән. Айгүзәл үҙе төшөргән Радий Хәбировтың портретын, 7 йәштән блокнотҡа йыйып барған шиғырҙарын да республика етәксеһенә бүләк иткән, унан кәңәшмәләр залында уға арнап башҡорт телендә яҙған шиғырын микрофонға уҡып ишеттергән. «Иҫәнғолдағы осрашыу ваҡытында ҡаушамаһам да, республика Башлығы ҡосаҡлап алғас, күңелем тулып китте, һуңынан шиғыр уҡығанда ла, телевидение алдында ла тауыштарым үҙгәреп, юғалып ҡалдым», – ти Айгүзәл.

Ул Өфөгә һылыуы Гөлсиә менән барған. Яңы йыл бүләге итеп бирелгән тәмлекәстәр тулы рюкзакты икеһе лә алған, ҡайтҡас, бергә йәшәгән балаларҙы күстәнәстәр менән һыйлағандар, ә йомшаҡ уйынсыҡтарын талисман итеп ҡәҙерләп кенә йөрөтәләр.

Айгөл Ҡылысбаева

Читайте нас: