Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
10 Ғинуар 2019, 11:25

Маҡсат ҡуйһаң, ирешерһең

Яңы йыл байрамының матур йолаһына әйләнгән Мәскәүҙәге Кремль шыршыһы быйыл да илебеҙҙең төрлө төбәктәренән алты меңдән ашыу баланы йыйҙы. Үҙҙәренең һәләттәре, уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары менән айырылып торған ҡыҙҙар-малайҙар араһында Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Илзидә Әбделғужина ла булды.

Тик «бишле»гә генә өлгәшеүенә өҫтәп, Илзидә төрлө олимпиада-бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Етмәһә ул ата-балаларҙың изге мираҫы булған «Урал батыр» эпосын да яттан белеүе менән айырылып тора. Ана шун­дай уңыштары өсөн уға күп балалар хыялланған – Кремль шыршыһында булыу бәхете эләгә.

– Илдең иң төп шыршыһында ҡатнашасағымды белгәс, һөйөнөсөмдөң сиге булманы. Атайым менән әсәйем дә минең иң-иңдәр араһына эләгеүемә ҡыуанды, минең менән ғорурланды, – тип Илзидә сәйәхәттән алған тәьҫорат­тары менән бүлешеүен дауам итә: – Күп нәмәләр күрҙек, барыһы ла һоҡландырҙы. Әммә Мәскәү ҡалаһының үҙен күреү иң тулҡынландырғаны булды. Беҙҙең өсөн махсус әҙерләнгән музыкаль тамаша ла бик оҡшаны.

Сәйәхәт, Шыршы байрамы хаҡында тәьҫирләнеп һөйләгән ҡыҙ бындай Яңы йыл бүләге өсөн район мәғариф бүлегенә, мәктәп хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ә тиҫтерҙәренә иһә: «Киләсәктә Кремль шыршыһына барам!» тигән маҡсат ҡуйырға кәңәш итте. Маҡсатлылар, тырышһа, барыһы ла килеп сығасаҡ, ти Илзидә.

Ә. Әйүпова.

Фото Илзидәнең шәхси архивынан.
Читайте нас: