Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
25 Ғинуар 2019, 12:50

БЕРЛӘШЕҮҘӘ – БЕҘҘЕҢ КӨС!

Йәштәр берлеге – ғаилә, тип әйтеүем осраҡлы түгел. Сөнки активтың һәр йыйылышы беҙҙең өсөн дәфтәр-ручка тотоп, пландар ҡороу ғына түгел, ә, ысын туғандарса, тәмлекәстәр менән сәй өҫтәле артында серләшеү, күңелде йылытыр һөйләшеүҙәр...

Юғары класта белем алған егет-ҡыҙҙарҙы, моғайын, "Ҡайҙа уҡырға барырға, нисек итеп яңы йәмғиәткә өйрәнергә, мине ҡабул итерҙәрме?" – тигән һорауҙар борсойҙор. Мин, бөгөн инде 2-се курс студенты булараҡ, сығарылыш уҡыусыларына: "Һин юғалып ҡалмаясаҡһың!" - тип әйтә алам. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки, ҡайҙа ғына уҡырға барма, һәр ерҙә лә һин дуҫтар-фекерҙәштәр табасаҡһың! Минең осраҡта ул – Ейәнсура йәштәре берлеге.
Нимә һуң ул йәштәр берлеге? Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар берлектәре ассоцияцияһы составында эшләп килгән был йәмәғәт ойошмаһы – Өфөлә белем алыусы Ейәнсура студенттарының ҙур бер ғаиләһе. Ул ҡыҙҙар-егеттәргә танышыу, дуҫлашыу мөмкинлеге биргән саралар үткәреп кенә ҡалмай, уларҙың һәләттәрен асырға, төрлө өлкәлә үҫешергә мөмкинлектәр бирә.
Ейәнсура йәштәре берлеге 2008 йылда Дилә Ғәйнуллина, Илмир Юлдашбаев, Оксана Педер кеүек әүҙем йәштәр етәкселеге менән үҙ эшен башлай. Берлек студенттар менән әүҙем эш итә, йыйындар уҙғара, районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштора. Ә был сараларҙы үткәреү өсөн урын йәһәтенән Мөршиҙә Юныс ҡыҙы Байназарова гел ярҙам ҡулы һуҙыуы менән йәштәр берлегенә үҫешергә булышлыҡ итә.
Берлекте башлап Абзан ҡыҙы Дилә Ғәйнуллина етәкләһә,
унан һуң төрлө йылдарҙа Сирғол ҡыҙы Фидәлиә Ишбаева (Йылҡыбаева), унан һуң Юлдаш егете Ирәндек Ишеғолов, Яңы Павловка ҡыҙы Айгөл Аҙнабаева (Төхвәтуллина), Ибрай ҡыҙы Таңһылыу Ҡолмөхәмәтова рәйес була. Быйылғы уҡыу йылынан иһә Ейәнсура йәштәре берлеге рәйесе вазифаһын Иҫәнғол егете Илһам Рәхимғолов үтәй.
Бөгөн инде Берлек бер тиҫтәлек тарихҡа эйә булыуға ҡарамаҫтан, башланғыста һалынған маҡсаттар бөгөн дә көнүҙәк. Берлек бөгөн дә уларға ирешеү йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Быға ирешелгән уңыштар һөҙөмтә: КВН уйындары булһынмы, спорт ярыштары йәки мәҙәни саралармы – Ейәнсура йәштәре бер сарала ла һынатмай, гел призлы урындарға лайыҡ була. Һуңғыларына ғына туҡталам: 2018 йылдың аҙағында Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар берлектәре ассоцияцияһы район берлектәре араһында бәйгеләр үткәрҙе. Ҡыҙҙар араһында уҙғарылған баскетбол ярышында ейәнсуралар 3-сө урын яулаһа, футбол ярышында егеттәребеҙ 2-се урынға лайыҡ булды .
Өфөләге йәш ейәнсураларҙың йыл да түҙемһеҙләнеп көтөп алыған бер сараһы ул, әлбиттә, "Ейәнсура Party". Беҙҙең район йәштәрен бер клубта йыйған дискотекаға йәш "йондоҙҙар" саҡырыла, алып барыусылар күңелле уйындар ойоштора. Ғәҙәттә, уҡыу йылы башында ойошторолған был сара баш ҡалаға яңы уҡырға килгән ҡыҙҙар-егеттәрҙе яҡташтары менән таныштыра, яңы дуҫтар табырға булышлыҡ итә.
Йәштәр берлеге – ғаилә, тип әйтеүем осраҡлы түгел. Сөнки активтың һәр йыйылышы беҙҙең өсөн дәфтәр-ручка тотоп, пландар ҡороу ғына түгел, ә, ысын туғандарса, тәмлекәстәр менән сәй өҫтәле артында серләшеү, күңелде йылытыр һөйләшеүҙәр... Көҙгө һәм яҙғы йылы көндәрҙә Салауат Юлаев майҙанында гитарала уйнап, йырҙар йырлау, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнау үҙе ни тора?!
Киләсәктә Өфөнән тыш, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында уҡыған студенттарҙы ла Ейәнсура йәштәре берлегенә тупларға, тигән хыялыбыҙ бар. Шуға күрә, киләсәктә беҙҙең рәтте яңы идеялар менән янып торған, әүҙем студенттар тулыландырыр тип ышанабыҙ.

***
Ейәнсура йәштәре берлеге эшендә ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановҡа һәм район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек начальнигы Венер Фәнил улы Сабитовҡа рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: