Һуңғы йылдарҙа Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары матур йолаға инеп, ғәҙәттә, һәр биләмәлә йыл да үткәрелә килә. Күптән күрешмәгән туған-тыумаса, ауылдаштар, һабаҡташтар менән осрашып, хәтирәләр яңыртыуҙы, нәҫел ептәрен барлауҙы маҡсат итеп ҡуйған был саралар һис шикһеҙ бик кәрәк. Ә шулай ҙа, биләмәнең халҡын бергә туплаған, иң-иңдәрҙе билдәләгән боронғо милли байрам – Һабантуйҙы оноторға ярамайҙыр. Байдәүләт ауыл биләмәһе һабантуйында булып, ошондай ҡарарға килдем.
Сирғол ауылын буйлап аҡҡан Хәтирә йылғаһының Мыйыҡ кисеүе янындағы йәмле аҡланында биҙәлгән сәхнә, унан таралған көй-моң, Хәтирә буйында аҫылған ҡаҙандарҙан таралған тәмле еҫтәр, сауҙа рәттәре, уйын майҙандары – барыһы ла оло байрам буласағына ишаралап, үҙенә әйҙәп тора. Шуғалыр ҙа Ибрай, Саҙалы, Сирғол, Байдәүләт Һәм Сөләймән ауылдарынан халыҡ дәррәү йыйылды. Сит тарафтарҙан ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа бихисап ине.
Байрамды ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов асып, барыһын да сәләмләне. Биләмә тормошонда төрлө яҡлап әүҙемлек күрһәткән Иҙел Кәримов, Азат Ғүмәров, Зәки Шәрипов, Шәкир Хәсәнов, Хәмит Татлыбаев, Рәфис Ишмөхәмәтов, Юныс Иҫәнсурин һәм Илнур Ҡолмөхәмәтов Байдәүләт ауыл советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Тантанала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының ер һәм милек мөнәсәбәттәре бүлеге мөдире Илдар Әминев яҡташтарын сәләмләне.
Был матур байрамға сәбәпсе булған ауыл хужалығы эшсәндәре лә иғтибар үҙәгендә булды. Урындағы хужалыҡ – “Зенит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Нәфис Мәсәғүтов яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһап, механизаторҙар Олег Кирилов, Иншар Туҡаев, Зиннәт Күсәрбаевҡа, келәт мөдире Ольга Недоспасоваға һәм уларҙы тәмле аштар менән һыйлаусы ашнаҡсы Роза Кәримоваға, Ейәнсура агросәнәғәт колледжы студенты, хужалыҡта практика үтеүсе Ильяс Байсуринға Рәхмәт хаты тапшырҙы һәм аҡсалата премия менән билдәләп үтте. Нәфис Ғәрифйән улы Ильясты айырыуса билдәләп, ҡулына диплом алып, эшкә ҡайтыуын көтөп ҡалыуҙарын әйтте. Ҡотлауҙар биләмә ауылдарында әүҙем эшләп килгән “Ҡарасай”, “Һүрәм” халыҡ фольклор ансамблдәре, “Килендәр”, “Хәтирә”, Умырзая” төркөмдәре сығышы менән үрелеп барҙы.
Тантаналы өлөш тамамланғас та, сәхнә бушаманы. Ауылдаштары Өфөнән ҡайтҡан ҡунаҡтар Искәндәр Сөләймәновтың, Әлфирә Юлдашбаева-Янбаеваның, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ҡолмөхәмәтованың йыр бүләктәрен тыңлап кинәнде. Ә һәләтле яҡташтар Хөсәйен Юлдашбаев призына – гармунсылар, Ғәлим Юлдашбаев призына йырсылар араһында ойошторолған бәйге башланыу менән, Оло Һүрәм буйы һәләттәре бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Таныш, шул уҡ ваҡытта танһыҡ йырҙар, гармун моңдары Хәтирә буйын йыр-моңға күмде. Атанан күргән, тигәндәй, 2 йәшлек Нурсолтандың бәләкәй генә гармунын тотоп, атаһы Нәжип һәм олатаһы Рәжәп Юлдашбаевтар менән сығыш яһауын, ҡатнашыусыларҙың иң өлкәне һәм иң абруйлыһы Сулпан Тайсиндың тальянда һыҙҙырыуын барыһы ла йылы ҡабул итте.
Бәйге булғас, еңеүселәр ҙә була. Гармунсылар араһында үткән бәйгене йомғаҡлап, Хөсәйен ағайҙың ҡыҙҙары – Зөлфирә Юлдашбаева, Әлфирә Янбаева һәм Альбина Дәүләтбәкова ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ә призлы урындар яулаған Ғәли Юлдашбаев (Байдәүләт), Шәһит Татлыбаев (Иҫәнғол) һәм еңеүсе Сулпан Тайсин (Сирғол) бәйгенең күсмә символы – гармун сувениры һәм аҡсалата бүләк менән билдәләнде.
Йырсылар араһындағы бәйгелә Ғәлим Юлдашбаевтың ауылдаштары – “Көпәштәр” ансамбле еңеүсе булды. Икенсе урынға – Гөлниса Юлдашбаева (Сирғол), Ғәли Юлдашбаев (Байдәүләт) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Уларҙы һәм йыр бәйгеһендә ҡатнашҡан һәр кемде Ғәлим ағайҙың апаһы Миңзирә Мырҙабаева бүләкләне.
Ә һабантуй яланының төрлө мөйөштәрендә ойошторолған спорт һәм халыҡ уйындарының күплеге һәм төрлөлөгө... Ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, арҡан тартышыу, тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп йүгереү, йомортҡалы ҡалаҡты тешләп йүгереү, арҡыры бағанаға менеү, көршәк ватыу, йүгереү кеүек ярыштарҙа, йәшенә ҡарамаҫтан, теләгән һәр кем ҡатнашһа, таш ташлау, ҡул көрәше, гер күтәреү кеүектәре көслөләр араһында барҙы.
Әйткәндәй, уйындарҙы ойоштороу булһынмы, ҡатнашыумы – бер ауыл да ситтә ҡалманы. Волейбол, арҡан тартышыу кеүек күмәк уйындарҙа ауылдарҙан командалар сыҡты. Көйәрмәндәрҙе иң күп йыйған һәм иң бәхәсле бәйге, әлбиттә, милли көрәш булды. Кемдәрҙер йәнәһе лә техниканы белмәй тип, хөкөмдарҙы әрләһә, ҡайһы бер өлкәнерәктәр “Эх, үҙебеҙсә, боронғоса көрәшәләр!” тип хуплап, күҙәтте. Көсөргәнешле алышта Сирғолдан Арыҫлан Абыҙов Ибрай егете Артур Ғәлимовты еңеп, абсолют еңеүсе титулын һәм һарыҡты алды.
Байдәүләт ауыл биләмәһе ауылдары халҡының береһенән икенсеһенең дәртлерәк, сәмлерәк булыуы сер түгел. Ойоштороусылар ҙа ошоно күҙ уңында тотоп, тирмәләр бәйгеһен баһалағанда тирмәләрҙең биҙәлеше, әҙерләнгән милли аш-һыуҙың төрлөлөгөнән тыш, ауыл халҡының спорт, мәҙәни бәйгеләрҙәге әүҙемлеген иҫәпкә алды. Шулай итеп, Ибрай һәм Байдәүләт ауылдары – өсөнсө, саҙалылыр – икенсе һәм сирғолдар беренсе урынға лайыҡ булды.