"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
26 Июнь 2019, 23:45

Азаттың ялҡынлы ижады

Был буйсан егетте беҙ йыш ҡына район сараларында бейеүсе сүрәтендә күрә инек, уның тырышлығы, һығылмалығы, хәрәкәттәренең дөрөҫлөгө һәр саҡ күҙгә ташланды.

      Был буйсан егетте беҙ йыш ҡына район сараларында бейеүсе сүрәтендә күрә инек, уның тырышлығы, һығылмалығы, хәрәкәттәренең дөрөҫлөгө һәр саҡ күҙгә ташланды. Бөгөн иһә беҙ уның республика ансамбля составында сит илдәрҙә сығыш яһай башлауына, профессиональ бейеүсе булараҡ ҙур сәхнәләрҙә өмөтлө артист булыуына ҡыуанабыҙ.

      Азат Вил улы Юланов 1990 йылдың мартында Иҫәнғол ауылында тыуған. Әсәһе йорт хужабикәһе, балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнгән, атаһы Күмертау электр селтәрҙәре ойошмаһында шофер булып эшләй. Азат күмәк балалы ғаиләнән, улар - етәү. Егет Ф.Солтанов исемендәге мәктәптә уҡыған, баласаҡтан халыҡ бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһынған. 2005 йылда туғыҙынсы класты тамамлап, 116-сы һөнәрселек лицейына «тракторист-машинист» белгеслегенә уҡырға ингән, шул уҡ ваҡытта район мәҙәниәт йортонда «Үҫәргән бөркөттәре» ансамблендә репетитор булып эшләгән.

      Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғаләмдең үҙ ҡанундары һәм беҙ йыш ҡына уларға ҡаршы тора алмайбыҙ. Азат карьераһын башлап ҡына торғанда, ҡаты ҡайғыларға һалып, атаһы мәрхүм була (ауыр тупрағы еңел булһын).

      Тормош дауам итә. Лицейҙан һуң Азат Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәниәт техникумына, хореография бүлегенә уҡырға инә. 2-се курста уҡығанда «Мираҫ» республика кимәлендәге йыр һәм бейеү фольклор ансамленә кастинг үтә һәм егетте эшкә саҡыралар. 2011 йылда ҡулына диплом алғас, Азат шул ансамблгә балет артисы булып эшкә урынлаша. 2011- 2012 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, Тыуған ил алдындағуы бурысын үтәй. Екатеринбург ҡалаһында хәрби йыр һәм бейеү ансамблендә үтә уның һалдат йылы, артабан яратҡан ансамбленә эшкә ҡайта.

      Азаттың Өфө ҡалаһы хакимиәтенән, БР Мәҙәниәт минисрлығынан Почет Грамоталары, Рәхмәт хаттары бар.

      Азат ата-әсәһен ярата, улар иһә аҡыллы һәм талантлы улдары менән ғорурланып йәшәй. Яҙмыш аяуһыҙ, 2016 йылда, ҡаты ауырыуҙан һуң, әсәһе мәңгелек йортона юллана...

      Кешенең алда маҡсаты булһа, бер ниндәй тормош һынауҙары ла ихтыяр көсөн, рухын һындыра алмай. Бөгөн Азат бәхетле, күңеленә дәрт биргән эше, уны ярты һүҙҙән аңлап торған һөйгәне бар- 2018 йылда егет өйләнгән. Уның ансамбле республика буйынса ғына түгел, сит илдәрҙә лә иркенләп гастролдә йөрөй. 2016 йылда Азат уның менән беренсе тапҡыр Англияға, 2017 йылда Венгрияға и 2018 йылда Францияға сәйәхәткә барған.

      Беҙ яҙмыш тарафынан бүләк ителеп, үҙенең өлгөһө, һүҙе, эше менән ярҙам иткән кешеләрҙе онотмайбыҙ.

Азат Юлдашбаева Гөлнар Әҙип ҡыҙына, Танһыҡҡужин Нәфис Әҙип улына (йәне йәннәттә булһын), Йәнбәков Йәмил Васиҡ улына һәм башҡаларға түҙемлек, хеҙмәт, сәнғәткә индергән өлөштәре өсөн рәхмәтле.

Әйткәндәй, «Мираҫ» яҡын арала, ноябрҙә, Иҫәнғолға беренсе мәртәбә ҙур концерт менән килмәксе.Тимәк, йәнә бер тапҡыр Азаттың ялҡынлы бейеүҙәрен күрә алабыҙ.

Читайте нас: