Иҫәнғолдағы Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптең 7-се класс уҡыусыларың йәйге ялы бик күңелле башланып китте. Улар уҡытыусылары Розалия Дамир ҡыҙы Назарова һәм ата-әсәләр менән берлектә “Мораҙым тарлауығы”нда рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты.
“Мораҙым тарлауығы” – тәбиғи парк, республикала иң хозур урындарҙың береһе һанала. Тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, ял һәм туризмды үҫтереү маҡсатында ойошторолған. Унда ял итеү өсөн бөтә Рәсәйҙән туристар килә. Күгәрсен районы Мораҙым ауылы эргәһендә урынлашҡан был ҙур ҡаялы тәрән үҙәнлек, сәйәхәт хаҡында уҡыусылар үҙҙәре ниндәй фекерҙә икән?
Венера: Мораҙымға барып ингәс тә, матур ҡунаҡ өйҙәр иғтибарҙы йәлеп итте. Йылға буйында палаткалар йәйелеп киткән.
Эльвина: Йәй башланып ҡына торһа ла, кеше күп. Нуриман, Өфө, Ҡыйғы, Баймаҡ райондарынан да беҙҙең кеүек уҡыусылар күп килгән ине.
Ислам: Палаткаларҙы ҡороп, самауыр ҡайнатып, тәмләп сәй эсеп, Яңы Мораҙым мәмерйәһенә йүнәлдек. Итек, фонарь, каска алып, хәүфһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышып, мәмерйәгә төшөп киттек.
Ильназ: Мәләүездән килгән Урал исемле экскурсовод ағай ер аҫты донъяһы менән таныштырҙы. Был турала һөйләү генә етмәй, ә барып күреү кәрәк.
Иҙел: Мәмерйә эсенә баҫҡыс буйлап төштөк. Бау буйлап йөрөргә лә, һыу кисергә лә тура килде. Мораҙым бабай менән һаулыҡ һорашып, шифалы шишмәһенең һыуын тәмләп, концерт залы, теләк теләү залынан үттек. Шыршы менән Ҡыш бабай һынын хәтерләткән майҙанды ла күрҙек. Мәмерйә түшәмдәрендә эзбиз ташбармаҡтар, сталагмиттар, стеналарҙа төрлө рәүештәге һындар күп. Бегемот, дракон арҡаһын хәтерләткәндәре лә иҫ китмәле.
Әлфир: Мәмерйә эсендә ҡараңғы һәм һыуыҡ. Ер аҫты батшалығына тиңләр урын. Барлыҡ залдарҙы ла һоҡланып ҡараным. Боронғо дәүерҙең һулышын тойоу хатта тәнде земерләтте. Барлығы 46 мәмерйә барлығын белдек.
Данил: Башҡортостан тәбиғәтенең күп төрлө байлығын күреп, беҙҙең яҡта борон-борон ваҡытта йәшәгән кешеләрҙең мәмерйәнең таш стеналарындағы һүрәттәр, һындарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, башҡорт халыҡ ижадында һаҡланып ҡалған легендалар һәм риүәйәттәр менән таныштыҡ.
Алмас: Мәмерйәнән сыҡҡас та иҫтәлеккә фотоларға төшөп, көн дауамында саф һауа һулап, тәбиғәт матурлығы менән һоҡланып, һыу инеп, балыҡ тотоп, уха бешереп, әсәйҙәр әҙерләгән тәмлекәстәр менән сәй эсеп, рәхәтләнеп ял иттек.
Розалия Дамир ҡыҙы: Ә төштән һуң инде Күгәрсен мәмерйәһенә (“Голубиный грот”) юл тоттоҡ. Беҙ урынлашҡан ерҙән яҡын ғына күренһә лә, был мәмерйә ҡәҙимге генә алыҫ булып сыҡты. Дүрт кисеү үткәс, тауға үрмәләнек. Уҡыусылыр ҙа, ата-әсәләр ҙә һынатманы: барыһы ла кемуҙарҙан ярышып, текә мәмерйәгә менеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Был урындың матурлығын һүҙ менән генә әйтеп аңлатыу мөмкин түгел. Тирә-яҡтағы ғорур ҡаялы тауҙары ла, бормалы-бормалы йылға ла ус төбөндәгеләй күренә. Тәбиғәттең матурлығын үҙ күҙҙәрең менән күреү ҙур ҡыуаныс.
шулай етенселәр, походҡа барып, дуҫлыҡтарын нығытып, киләһе йылда
Башҡортостаныбыҙҙың тағы ла бер матур тәбиғәт ҡосағын – Ғәҙәлша шарлауығын, йә
иһә Шүлгәнташҡа барырға план ҡороп ҡайтты.