Тирә- яҡ гөл-сәскәгә күмелгән, еләк бешкән саҡ. Ошондай йәмле сыуаҡ көндә беҙ, Бикбау ауылы өләсәй-ҡәрсәйҙәре, йәйге ялға килгән ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән һыу буйына ял итергә, үлән сәйе эсергә сыҡтыҡ.
Балаларға шифалы үләндәр тураһында, уларҙы нисек ҡулланыу, сәй өсөн ниндәй үләндәр йыйыу кәрәклеген һөйләнек. Улар хатта кесерткән дә файҙалы булыуына аптырап ҡуйҙы.
Дарыу үләндәренән, сәскә һәм емеш-еләк сәйҙәр һуңғы ваҡытта йылдан-йыл популярлаша. Күптәр магазин сәйҙәренән баш тартып, үлән сәйҙәренә күсә. Уларҙың төрлөһө була – витаминлы, дауалаусы, тынысландырыусы, көс биреүсе, хуш еҫле һәм башҡа төрлөләре бар. Тәбиғәт биргән байлыҡты файҙаланырға өйрәнеү үҙенә күрә белем мәктәбе икән. Элек өләсәйем менән ҡәрсәйем Һүрәм буйында ҡомдо ҡаҙып, шунда ут яғып, ҡомдо ҡыҙҙырып, дарыу үләндәрен йыйып түшәп, шунда күмелеп ята торғайнылар. Бик күптәр борон арыу-һыҙланыуҙан ошолай ҡотолған.
Һәр үләнде үҙ ваҡытында, тейешле айҙа йыйырға кәрәк. Ямғырһыҙ, ҡоро көндә, иртәнге ысыҡ кибеү менән йыя башлау – иң яҡшыһы. Был мәлдә тәбиғәткә лә нығыраҡ яҡынаяһың, донъя ғәменән арынаһың. Шулай уҡ айҙың тулы мәлендә йыйылған үләндә айырыуса көскә эйә. Һәр үлән-сәскәгә һаҡсыл ҡараш кәрәк.
Элек беҙҙең өләсәйҙәребеҙ магазиндан сәй һатып алмаған, йәй етеү менән үҙҙәре әҙерләгән. Бындай сәй тәмле лә, сәләмәтлеккә бик файҙалы ла булған. Мин дә йүкә сәскәһе, мәтрүшкә, бөтнөк, ҡарағат, сейә, ҡурай еләге япраҡтары, ер еләгенең япраҡтарын йыйып, ышыҡта, ҡояш төшмәгән урында киптерәм. Киптерелгән еләктәрҙе лә өҫтәйем. Аҙаҡ уларҙы бергә ҡушып, сәй әҙерләйем.
Үләндәрҙе төрлөсә ҡатнаштырып, төрлө “сорт”лы сәйҙәр әҙерләргә мөмкин. Һәр береһенең ҡабатланмаҫ тәме, хуш еҫе… Үләндәрҙе айырым ғына сәй итеп эсергә лә, ҡара сәйгә ҡушып бешерергә лә була...
Бәләкәстәргә тәмле һәм бик файҙалы сәй әҙерләү серҙәрен һөйләп кенә бүлешеп ҡалманыҡ, рәхәтләнеп "Аҡ тирәк, күк тирәк"," Йәшерәм яулыҡ" һәм башҡа күңелле уйындарҙы уйнаныҡ. Төрлө үләндәр һалынған сәй эсеп, һыу инеп, еләк, үләндәр йыйып файҙалы ял иттек. Башҡорт халҡының милли эсемлеге – буҙаны ла бөтәһе лә яратып эсте. Район үҙәгенән генә түгел, Өфө, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан, Себер, хатта Америка тарафтарынан ҡунаҡҡа килгән ейәндәребеҙ үҙҙәренең башҡорт тамырҙарын онотмаһын, ата-олатайҙар төйәк иткән тыуған еребеҙгә күңелдәрендә һәр саҡ һөйөү һаҡлаһын ине, тигән теләк менән таралыштыҡ.