"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
1 Июль 2019, 13:41

БЕРҘӘМ КӨРӘШ ҺӨҘӨМТӘЛЕ БУЛЫР

Һуңғы йылдарҙа район үҙәгендә машина йыуҙырыу өсөн махсус урындар күп булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу буйҙарында машина йыуыу осраҡтары кәмемәй. Был, үҙ сиратында, тәбиғәтте бысратыу ғына түгел, ә Федераль законды боҙоу.

Балаларҙың һағынышып көтөп алған йәйге каникулы дауам итә. Көндәрҙең эҫе тороуы барыһын да йылға буйҙарына тарта. Тәбиғәткә сығып ял итеү өсөн йылға буйынан да ҡулайлы урын юҡ һымаҡ. Ысынлап та, көндәр эҫетеү менән олоһо ла-кесеһе лә һыу буйына ашыҡты. Ниәттәре изге: рәхәтләнеп ҡояшта ҡыҙынып, һыуҙа ҡойоноп, ял итеп, хәл алып, кәйеф күтәреп ҡайтыу.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелле ялдың бәҫен ебәреп, кәйефте төшөрөүселәр ҙә булғылай. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына булған хәлгә нимә тип әйтергә? Иҫәнғолдоң олоһо-кесеһе рәхәтләнеп һыу ингән Оло Эйектә бер әҙәм машинаһы менән йылға уртаһына тиклем төшөп, уны йыуырға кереште. Был үҙенең “текә”леген күрһәтеүме? Әйләнәһендәге кешеләрҙе һанға һуҡмай, ҡануниәткә төкөрөп ҡарауымы? Бындай осраҡта башҡаларға нимә эшләргә?
Ошондай һорау менән райондың баш экологы Хөрмәт Исмәғилевҡа мөрәжәғәт иттек.
– Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа район үҙәгендә машина йыуҙырыу өсөн махсус урындар күп булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу буйҙарында машина йыуыу осраҡтары кәмемәй. Был, үҙ сиратында, тәбиғәтте бысратыу ғына түгел, ә Федераль законды боҙоу, – тине Хөрмәт Хәмит улы. – Һыу тураһындағы закондың 65-се статьяһы боҙолһа, язаға тарттырыла. Мәҫәлән, РФ-ның Административ тәртип боҙоуҙар кодексының “Һыу объекттарын һаҡлау ҡағиҙәһен боҙоу” тигән 8.13-сө статьяһының 1-се өлөшө буйынса, һыу объекттарын һаҡлау режимын боҙған, шуның менән һыу объектының бысраныуына килтергән граждандарға – 500-ҙән 1 мең һумғаса; вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 30 мең һумғаса; юридик шәхестәргә 80меңдән 100 һумға тиклем штраф ҡаралған. Шул уҡ статьяның 4-се өлөшө буйынса, һыу объекттарын һаҡлау талабын боҙған өсөн граждандарға – 500-ҙән 1 мең һумғаса, вазифалы кешеләргә 50 меңдән 80 мең һумғаса, юридик берәмектәрҙе 50 мең һумдан 300 мең һумғаса штраф ҡаралған.
Эколог тарафынан рейдтар, әлбиттә, даими үткәрелә. Әммә күрше Йылайыр районы менән бергә ике районды күҙәткән Хөрмәт Хәмит улына бар ергә лә өлгөрөү мөмкин түгел. Әгәр бындай “таҙалыҡ яратыусылар”ҙың ҡылығы менән риза түгелһегеҙ икән, тәбиғәттең торошо, шул уҡ ваҡытта балаларығыҙҙың, үҙҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙ өсөн (техник сараны йыуғанда йылғаға ниндәй генә химикат аҡмай?!) битараф булмаһағыҙ, бындай күренеш менән көрәшә ала.
Йылға булһынмы, быуамы, йә башҡа һыу ятҡылығындамы,
уларҙың ярындамы кемдер транспорт сараһын йыуа икән – ул үҙенең язаһын алырға
тейеш. Административ яуаплылыҡҡа тарттырыу, штраф һалыу өсөн протокол
тултырылыуы кәрәк. Бының өсөн ҡулығыҙҙа фотоаппарат йәки фотоға төшөрөрлөк
телефонығыҙ булыуы мөһим. Йылға эсендә йәки яр буйында машина, йә башҡа техник
сараһын йыуған кешене күрәһегеҙ икән – транспорттың дәүләт теркәүе номеры
күренерлек итеп, фотоға төшөрәһегеҙ. Был фотоны Хөрмәт Хәмит улына 8-927-925-82-88
номеры буйынса ватсапҡа ебәреү кәрәк. Һеҙҙең анонимлыҡ гарантиялана.
Читайте нас: