Балалар Буранғол ауыл китапханаһында "ТЫЛСЫМЛЫ ӘКИӘТТӘР ИЛЕНДӘ" сәйәхәттә булып ҡайтты. Әкиәт батшалығы алыҫ та түгел, яҡын да түгел, нәҡ Буранғол ауылының уртаһында ғына. Баласаҡ иле ниндәй тылсымлы, яҡты, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһа, Әкиәт иле лә иҫ китмәле матур ер, ти. Тылсымлы картанан әкиәттәр илен эҙләп таптыҡ та, балаҫҡа ултырып остоҡ. Тик юлда ҡаршылыҡтар күп икән әкиәт геройҙарын танып белергә, төрлө халыҡ ризыҡтарынан торған өҫтәл, серле һандыҡтан һорауҙар...
Кәрим Ильсов ижадынан шиғырҙар, әкиәттәр уҡылды, йомаҡтар яуҙы. Ҡәрсәйҙә, Гөлниса Акбутинала ҡунаҡта булып, милли ризыҡтар менән һыйланды ейән-ейәнсәрҙәр. Розалина менән Руфина башҡорт халыҡ бейеүен башҡарып, Илүс менән Рафаэль дәртле йыр йырлап, ҡыуандырҙы. Өфө малайы Урал яратҡан шиғырын һөйләне. Юлианна, Айзилә, Динара, Зарина, Таңсулпан яҡташыбыҙҙың шиғырын уҡыны.
Филүзә Ҡорбанғәле ҡыҙы ла ҡыҙыҡлы һорауҙар менән ҡаршыланы һәм "Яҙлауыр" фольклор ансамбле, гармунсы Хәсән ағай Ҡаҙакбаев менән йыр бүләк итте.
Эйе,әкиәттәр иле алыҫ та түгел, яҡын да түгел, нәҡ Буранғол ауылының уртаһында ғына Буранғол моделле китапханаһында урынлашҡан!