Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
5 Июль 2019, 13:42

Ултыртһаң ағас...

Батша ғәскәре менән ҡырҙа сәйәхәт итеп йөрөй, ти. Бер урында уларға бик өлкән йәштәге бабай осрай.

Батша ғәскәре менән ҡырҙа сәйәхәт итеп йөрөй, ти. Бер урында уларға бик өлкән йәштәге бабай осрай. Аҡһаҡал хөрмә ултыртырға тырышып йөрөй икән. Батша уға ҡарап тора-тора ла: “Был ағас бит бер нисә йылдан һуң ғына емеш бирәсәк. Уларҙы ашай алмаҫһың инде...” – ти. “Хөрмәтле батша йәнәптәре, – тип мөрәжәғәт итә аҡһаҡал. – Беҙ ҡартатайҙарыбыҙ ултыртҡан ағастарҙың емешен ашап үҫтек. Минекен дә ейәндәрем, бүләләрем ейер”.


Яуап батшаның күңеленә хуш килә һәм ул ярандарының береһенә бабайға алтын аҡса бирергә бойора. Аҡһаҡал усындағы бүләккә, бер хөрмәгә ҡарап, уйланып тора ла: “Батша йәнәптәре, – ти, – ағастың файҙаһын күрә алмаҫһың, тигәйнегеҙ. Бына бит, ултыртып та өлгөрҙөм, емешен дә бирҙе!” Батша был һүҙҙәрҙән күңеленә йәнә рәхәтлек алып, бабайға икенсе алтын аҡса бирҙертә. “Ғәжәп хөрмә булды бит был, – тип йылмая аҡһаҡал. – Ағас йылына бер мәртәбә емеше менән ҡыуандырыр ине, ә был шунда уҡ икене бирҙе!”

*Әгәр ҙә планың бер йылға ҡоролһа - арыш сәс, тиҫтә йылдарға иҫәпләнһә - ағас ултырт, быуаттарға иҫәпләнһә-балалар тәрбиәлә.

(Халыҡ аҡылы).
Читайте нас: