Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
18 Июль 2019, 16:29

Мәсет төҙөгән уҙаман

Үҙе төҙөгән мәсеткә герой-әсә "Нәзифә" атамаһын бирә Таҙлар ауылында йәшәүсе Дамир Мофазал улы Яҡшымбәтов сығышы менән Биҡҡужа ауылы ир уҙаманы. Ғаиләләге 8 малай, 1 ҡыҙ араһында 4-се бала булып тыуып, тәрбиәләнеп үҫә. Үҙе ғүмер иткән ауылда үҙ аҡсаһына мәсет төҙөп ултырта һәм уны әсәһе исеме менән атай. Хәләл ефете Финзирә апай менән 1978 йылдан законлы никахта матур итеп донъя көтәләр, икәүләп 15 йылдан ашыу ғаилә бизнесын үҫтерәләр, балаларын уҡытып, башлы-күҙле итеп, оло тормош юлына баҫтырғас, әлеге ваҡытта икеһе лә дин юлында.

Дамир Мофазал улы йәш ваҡытында Ленин исемендәге колхозда шофер, гараж мөдире, "Сельхозтехника" хужалығында малсылыҡ буйынса участка начальнигы; ә ҡатыны Финзирә РайПо-ла бухгалтер, һатыусы булараҡ ҙур хеҙмәт юлын үтә. Дамир ағай "Хөсәиниә"мәҙрәсәһендә, Ырымбурҙа, махсус дини белем ала. Яҡшымбәтовтар ике улдарына ла яҡшы тәрбиә бирәләр, улар был тормошта аяҡтарына ныҡ баҫып тора һәм ата-әсәһенә оҡшап, тырышып, сәмләнеп, тормошто яратып йәшәй.

Форсаттан файҙаланып, Дамир ағай Таҙлар мәсетенә намаҙҙарға даими йөрөүсе кешеләр хаҡында бик йылы һүҙҙәр әйтте, артабан да Ислам нуры менән йәшәйешебеҙҙе яҡтыртып йәшәүҙе теләне. Земфира Атнағолова, Сания Яҡшымбәтова, Сафура Сәйфуллина, Заһира Алтынсурина, Хәйерниса Вәлитова, Чулпан Ғөбәйҙуллин, Фәһимә Танһыҡҡужина, Шәкир Танһыҡҡужин һәм башҡалар ярҙамы менән дини байрамдарҙы ла күркәм үткәрә имам-хатип, балаларға ла яҡшы үрнәк күрһәтәләр.
Читайте нас: