Күңелдәрҙе берсә һыҙлатып, берсә елкендереп, хатта һиҫкәндереп, ҡан хәтерен уятып, көй яңғырай… Үҫәргәндәр үҙ ерендә ҡунаҡтар – Бөрйән, Юрматы, Табын ырыуы вәкилдәрен ҡаршы ала. Күрешеү, һаулашыуҙарҙан һуң, һәр ырыу үҙенең ораны, ҡошо, ағасы, тамғаһы менән таныштыра… Шулай башланып китте “Ал елкән” ял һәм һауыҡтырыу лагерының “Йәйләү” профилле сменаһын ябыу тантанаһы.
Бейеү артынан бейеү…Ысын әртистәрме ни?! Әлбиттә, араларында бейеү кластарын тамамлағандары ла бар, шулай ҙа бер тынала уҙып киткән 20 көн эсендә баҫа белмәгәнде бейергә, ҡурай тарта белмәгәнен оҫта итеп уйнарға, ә йырлауҙы әйтеп тораһы ла юҡ, өйрәткән вожатыйҙарға, ирекмәндәргә “афарин” тиәһе генә ҡала. Байрас Ҡансурин һәм Марат Ғилманов етәкселегендәге команда “Йәйләү” программаһы ҡуйған маҡсаттарҙы еренә еткереп үтәне. “Йәйләү” биргән рухи аҙыҡты мәктәп тә, ғаилә лә бар тулылығында бирә алмайҙыр, моғайын. Тантанаға килгән ата-әсәләр ҙә балаларының рәхәтләнеп башҡортса аралашыуҙарына, сығыштарына ҡарап һоҡланды.
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Район башлығы Дәмин Юланов ошо профилле лагерҙа ял иткән балаларҙың рухи яҡтан байып ҡайта алыуҙары менән бәхетле булыуҙарын әйтеп үтте. – “Йәйләү” проектын башлап ойоштороп йөрөүсе Мәрйәм Бураҡаеваға ҙур рәхмәт белдерәм, киләсәктә лә ошо рух күтәренкелеге менән эшләргә яҙһын. Киләһе юбилей йылы уңайынан лагерҙа яңы корпус төҙөү планға индерелгән. Аҡса һалынған, мәғариф министрлығынан яуап көтәбеҙ, – тип балаларға ошо алған йүнәлештәрен ташламауҙарын теләне.
Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Республика туризм үҙәге, балалар ялы бүлеге методисы Рәмзиә Нурмөхәмәтова “Йәйләү”ҙә булған балаларға арҙаҡлы, рухлы булып үҫеүҙәрен теләне. Район хакимиәтенә, лагерь етәкселегенә ялды ойоштороуҙағы ҙур ярҙамдары өсөн ихтирам тойғоһон белдерҙе һәм сығышын “Йәшәһен беҙҙең “Йәйләү”!” тип тамамланы.
Ҡоролтай Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева балаларға бер-береһен онотмауҙарын, ошонда алған белемдәрен: рух берҙәмлеген, башҡорт йолаларын алып ҡайтып китеүҙәренә ышаныс белдерҙе. Һәм, балаларҙы ҡыуандырып, йыл әйләнәһенә эшләрлек “Йәйләү” төҙөйәсәктәрен әйтте. Әлегә ойоштороу эштәре башҡарыла, уны ҡайҙа, нисегерәк төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр бара. Ул шулай уҡ Мәрйәм Бураҡаеваны, “Ал елкән” лагеры начальнигы Байрас Ҡансуринды, ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаһы, “Йәйләү” республика профилле сменаһы етәксеһе Марат Ғилмановты, вожатыйҙар Инйәр Ишмырҙин, Инсаф Йәмилев, Гөлдәр Ишмөхәмәтова, Дилбәр Байморатованы Ҡоролтай бүләктәре һәм грамоталары менән билдәләп китте.
Ошо программаға нигеҙ һалып, башлап йөрөүсе Мәрйәм Бураҡаеваның сығышын да балалар көслө алҡыштар менән күтәреп алды.” Һауа торошо төрлөсә булды. Ямғырҙарҙа ла, һыуыҡ көндәрҙә лә ҡайтып китмәй, беҙҙең менән ҡалыуығыҙ, аҙаҡҡа тиклем барыуығыҙ – беҙҙең өсөн оло баһа. Әгәр Иҫәнғол балалары Американан килгән тиҫтерҙәренең саф башҡортса матур итеп аралашыуына һоҡланып ҡарай икән – был да баһа. Инде “телһеҙ башҡорттар” килмәҫ тип ышанам”. – Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы киләсәктә лә “Йәйләү”ҙә осрашайыҡ, тип балаларҙы саҡырҙы.
Флаг төшөрөлдө. Күңелдәргә моңһоу булып китте. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында дуҫлашып, үҙ кешеләр булып киткән ял итеүселәрҙең күҙҙәрендә йәш тамсылары йылтыраны. Яңы уҡыу йылына көс йыйып ҡына ҡалмай, күңелдәрен милли рух менән дә һуғарған, тулыландырған балалар киләһе йылдарҙа ла осрашырға, тип хушлашты. Ә сара бөтәһенең дә күмәк бейеүе менән тамамланды. Балалар килгән ҡунаҡтарҙы, ата-әсәләре, ирекмәндәрҙе, вожатыйҙарҙы ла “Күләгә”гә төшөрҙө.