"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
12 Сентябрь 2019, 18:32

Ҡороған нигеҙ (Булған хәл)

Мәйет янында бер аҙна эсеп ятҡан

Был инде 2000-се йылдар башында булды. Ауылда, ғүмере буйына уҡытыусы булып эшләгән, ир менән ҡатын пенсияға сыҡҡас эскегә бирелеп, ныҡлап эсә башлай. Хәлле, мал, ҡорт тотоп йәшәгән булалар, тик аҙаҡтан барыһын да һатып эсеп бөтәләр. Балалары ҡырҙа үҙ аллы йәшәгән була. Әммә иң кесе улдары ла ҡайтып, ата-әсәһе менән эсә башлай!

Бер көндө бабай эсеп үлә, әммә әбейе лә, улы ла бабайҙың үлеп ятҡанын белмәй. Әбейе хатта иҫерек көйө, бер аҙна бабайы янына ятып йоҡлап йөрөгән.Күршеһе инеп кенә белеп ҡала бабайҙың үлгәнен.

Бабай үлгәс, өс йыллап ваҡыт үткәндер,  әбейҙең улы ла Яңы йыл байрамынан һуң, эсеп, күҙенә күренеп, аҫылынып үлә. Әбей ҡырҙағы балаларының адресын белмәй, аҫылынып үлгән малайын бер үҙе һаҡлап ултыра. Хатта күршеләрелә кермәй мәйетте һаҡларға! Ауылдағы ике туғандары ла мәйетте ярҙырырға ярҙам итмәй. Үкенескә күрә, ул ваҡытта сотовыйҙар юк ине. Аҙаҡтан нисектер, кемдер, әбейҙең ҡырҙағы балаларына хәбәр итә. Мәйет оҙак ҡына ята, бер аҙнанан күберәктер.

Аҙаҡтан әбейҙең ишек-тәҙрәһен таҡта менән ҡағып, бикләп, бер ҡыҙы алып китә. Йәйгеһен бик күптәрҙең күҙенә был йорттың ялҡынланып, ҡып-ҡыҙыл булып янғаны күренде. Хатта ялҡын тәҙрәләргә ҡағып ҡуйылған таҡта араларынан сыға ине. Янғын,  тип, аңламай барған кешеләр өйгә барып ҡараһа - тып-тыныс, бер ниндәй ҙә ут юҡ, ти.

Бер-ике йылдан әбей йәйгеһен ҡайтып, бар доньяһын һатып эсте, ҡоро нигеҙе генә тороп ҡалды. Әбейҙең үҙен ҡарттар йортона алып киттеләр, бер нисә йыл йәшәгәс үлде.

Йылдар үткәс уларҙың урынын башҡа бер ғаилә һатып алып, өй төҙөп сыҡты. Элекке хужаларын хәтерләтеп, ике ҙур шыршы ғына тороп ҡалды был урында.

(Тарих "Серләшәйек"сәхифәһенән)

Читайте нас: