Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
18 Сентябрь 2019, 13:22

Онотолмаҫ осрашыу

Ейәнсура районының "Бөркөт" хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветерандар Союзы бер нисә мәрхәмәтлек акцияһы үткәрҙе: мохтажлыҡ менән йәшәүсе ғаиләгә һәйбәт бүләк тапшырҙы, йәнә социаль приютта балалар өсөн фәһемле осрашыу ойошторҙо.Ентекләберәк сайтта уҡығыҙ.

Сер түгел, оҙаҡ йылдар дауамында районда күберәк иғтибар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бирелде, фронтовиктар үҙҙәре лә бик тырыш булды, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарҙа, Еңеү парадында һәм башҡа мөһим хәл-ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашты, үҙҙәренең хәрби тарихын бәйән итте, йәштәргә кәңәштәр бирҙе.Һуңғы йылдарҙа Ейәнсурала Бөйөк Ватан һуғышы ветарандары һан яғынан күпкә кәмене, иҫән булғандары осрашыуҙарға сәләмәтлек буйынса йөрөй алмай башланы һәм улар йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҡатнашыу изге миссияһын йәш ветерандарға тапшырҙы.
Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ветерандарға район хакимиәте ҙур залында үткән беренсе йыйылышта район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов:
– Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандарыбыҙҙың үҙ-ара хәбәрләшеп, һөйләшеп тороуын беләбеҙ, ғаилә дуҫтары булараҡ та аралашыуығыҙҙы хуплайбыҙ, һеҙгә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү изге миссияһын ҡабул итеп алып, йәштәр, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарға барырға, Батырлыҡ дәрестәре бирергә ваҡыт үҙе ҡуша. Ватанға, тыуған ергә, ғаиләгә һөйөү сағылыр тип ышанабыҙ сығыштарығыҙҙа.
Артабан ойошмағыҙҙың рәсми формалашып, эште дәррәү, күңелле алып барыуығыҙҙы теләйем, минең ишектәрем һәр саҡ асыҡ. Һеҙҙең һорауҙарығыҙҙы тыңларға, бергәләп яҡшы хәл итергә әҙербеҙ. Ихтимал, проблемалар ҙа барҙыр. Районда бөгөн хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы 213 ветеран бар, шул иҫәптән Афғанстанда булған запастағы 55 яугир,- тигәйне.
Яңыраҡ йәш ветерандар социаль приютҡа барып, унда йәшәүсе балалар өсөн кисә үткәрҙе. Запастағы яугирҙәр йырланы, ҡыҙыҡ һәм фәһемле хәлдәрҙе һөйләне, теләктәрен әйтте, уйын ҡоралдарында уйнап күрһәтте, спорт һәм ҡорал менән эш итеү күнекмәләрен күрһәтте, әлбиттә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тәү сиратта аңлатты. Осрашыу приютта тәрбиәләнеүселәргә ныҡ оҡшаны, улар рухи көс алып, ҡыуанып, шатлыҡлы хистәр менән таралышты, ветерандар ҙа бер бурысты юғары кимәлдә атҡарып сығарыуҙары өсөн ҡәнәғәт ҡалды.
Афарин, егеттәр! Башланғысығыҙ артабан да емешле булһын, йәш быуын һеҙҙе киләһе осрашыуҙарҙа көтөп ҡала. Мәктәптәрҙәге уҡыусылар, аграр колледж курсанттары, балалар баҡсаларындағы кескәйҙәр менән дә кисәләр шулай уҡ танһыҡ булып үтһен.
Читайте нас: