Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
19 Сентябрь 2019, 11:30

«Үҫмерҙәрҙе енси тормош менән йәшәргә түгел, ә иҙән йыуырға өйрәтергә кәрәк»

«Үҫмерҙәрҙе енси тормош менән йәшәргә түгел, ә иҙән йыуырға өйрәтергә кәрәк» - Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты мәктәптәрҙә енси тәрбиә биреүгә ҡаршы фекерен белдерҙе. Ә һеҙ мәктәптәрҙә енси тәрбиә биреү яҡлымы әллә ҡаршымы?

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау һәм демография мәсьәләләре буйынса ҡануниәттең үтәлешен контролдә тотҡан эш төркөмөнөң беренсе ултырышы булды. Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева сығыш яһаны.


Үтәшева һүҙен Башҡортостанда тыуымдың кәмеүен билдәләүҙән башланы. Депутат фекеренсә, эш мәсьәләнең финанс яғына бәйле түгел: «Кавказда халыҡ беҙҙән яҡшыраҡ йәшәмәй. Ләкин динде һәм традицияларҙы һаҡлау иҫәбенә тыуым юғары кимәлдә ҡала».


Һуңынан ул мәктәптәрҙә енси тәрбиә биреү темаһын ҡуҙғатты.


— Балаларға контрацептивтар тураһында һөйләргә кәрәкмәй. Енси тормош 18 йәштән һуң ғына башланырға тейеш. Бөгөнгө Рәсәйҙең бурысы - контрацептивтарҙы түгел, ә сәләмәт, көтөп алынған йөклөлөктө пропагандалау.


Журналистың хәҙерге үҫмерҙәрҙең бер өлөшө барыбер енси тормош алып бара һәм был осраҡта һаҡланыу саралары менән танышыу уларға венерик сирҙәрҙе йоҡтормаҫҡа мөмкинлек бирә тигән иҫкәрмәһенә депутат былай тип яуапланы:


— Мин контрацептивтарға ҡаршымын тип әйтмәйем. Улар хаҡында мәктәптә түгел, ә университеттарҙа һөйләргә тейештәр. 14 йәшендә уларға был хаҡта белергә кәрәкмәй. Әгәр улар енси тормош алып бара икән, бының өсөн ата-әсә бар, улар балаларын тәрбиәләргә, дәрестәр менән шөғөлләнергә бурыслы. Мин балалар бәләкәйҙән үк контрацептивтар алһын тип пропагандаламайым. Балаларҙың бала сағы булырға тейеш.


Ә һеҙ мәктәптәрҙә енси тәрбиә биреү яҡлымы әллә ҡаршымы?
Читайте нас: