Бала саҡтың сағыу миҙгелен
Йәйғорло еп менән туҡыусы
Быйыл Иҙәш урта мәктәбендә урынлашҡан балалар баҡсаһы үҙенең ун йыллығын билдәләне. Шул йылдар эсендә баҡсаға йыл да 45-әр кескәй йөрөгән, тик быйыл ғына уларҙы һаны кәмегән, әле, бөтәһе 37 тәрбиәләнеүсе, шул иҫәптән Әбүләис ауылынан 8 бала йөрөй, уларҙан тыш “Ғаилә баҡсаһы”нда тағы өс сабый тәрбиәләнә. Мәктәпкәсә тәрбиә биреү ойошмаһында ике төркөм: “Ҡарлуғас” һәм “Күбәләк”.
“Ҡарлуғас” төркөмөндә өстән ете йәшкә тиклемге 18 бала булып, уларға тәжрибәле, үҙе лә ете бала әсәһе Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙы Ишмырҙина белем һәм тәрбиә бирә. Ҡыҙыҡлы, сихри һәм шул уҡ ваҡытта серле ваҡиғаларға бай яңылыҡтар менән тулы донъяла ул инде туғыҙынсы йыл ҡайнай. Сабыйҙарҙы бәләкәйҙән үк тәртипкә һәм бөхтәлеккә, матурлыҡты һәм гүзәллекте тоя белергә өйрәтеү, уларҙа кешелеклелек һәм мәрхәмәтлек кеүек сифаттар тәрбиәләү – тәрбиәсенең эшендәге төп йүнәлештәр.
Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙының һәр бер көнө үҙенсәлекле. Яңылыҡҡа ынтылып, белем биреү эшсәнлеген ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреүгә лә күп көс һала ул. Тәрбиәләнеүселәре шуға күрә лә Гөлкәй апайҙары янына килергә ашҡынып торалар. Ауыл ерендә шулай бит инде ул, бер төркөмгә төрлө йәштәге сабыйҙар йөрөй. Был үҙ сиратында тәрбиә эшен ойоштороуҙа ҡыйынлыҡтар килтереп тыуҙыра. Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙы эште һәр яҡлап уйлап, методик яҡтан теүәл, йәш үҙсәнлектәренә иҫәпкә алып эшләй һәм бөтә ауырлыҡтар ҙа һиҙелмәй үтеп китә.
Тәрбиәсе кешегә етмеш төрлө һөнәр аҙ: ул – шағир ҙа, рәссам да, бейеүсе лә булырға тейеш. Был йәһәттән Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙына “афарин” тип әйтергә кәрәк. Ул тәрбиәләнеүселәре менән һәр төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнаша. Шуларҙың бер нисәһен әйтеп китмәйенсә булмай. Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙы етәкләгән бейеү ансамбле “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестиваленең район этабында – 2-се, Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың район конкурсында – 3-сө, “Бейеү серпантины” балалар бейеү ансамблдәренең төбәк конкурсында 2-се урындар яулаған, хатта Баймаҡ ҡалаһына “Байыҡ” республика бейеү конкурсына барып ҡатнашып ҡайталар, унда уларҙың ансамбле мәктәпкәсә йәштәге берҙән-бер коллектив була. Шулай уҡ тәрбиәләнеүселәре “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсының район этабында ла урындар алған. Был конкурстарға ойоштороу эштәрендә һәр ваҡыт ата-әсәләргә таянып эш итә Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙы. Улар балаларына сәхнә костюмдарын тегеү-әҙерләүҙә лә, ярыштарға алып барыуҙа ла ныҡ ярҙам күрһәтә.
Эш стажы 30 йыл булған тәрбиәсе юғары белемгә эйә, ситтән тороп уҡып 2013 йылда диплом алған. Мәктәптә уҡығанда ваҡыттан уҡ бейей башлаған Гөлкәй апай, бейеүгә булған ҡыҙыҡһыныуын Сибай педучилищеһына килгәс тә ташламай. Унда дүрт йыл буйы бейеү түңәрәгенә йөрөй, уларға хатта Өфөнән килеп бейеү һалғандар. Әле ауылда уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уға оҡшап балалары ла бейеүҙе үҙ иткән. Улы Айнур килене Зөһрә менән Стәрлелә бейеү техникумын тамамлағандан һуң, әле Илеш районында икеһе ике бейеү ансамблен етәкләй. Айнур уға тиклем Стәрлеләге данлыҡлы Бейеү театрында ла өс йыл эшләп өлгөргән. 9-сы класта уҡыусы ҡыҙы Алтынай ҙа бейергә ярата, конкурстар ҙа ҡатнаша, шулай уҡ ҡумыҙҙа ла уйнай. Әйткәндәй, Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙы тәрбиәләнеүселәрен дә оҫта итеп ҡумыҙ сиртергә өйрәткән.
– Тәрбиә эшендә балаларҙа туған телгә һөйөү уятырға, уларҙы үҙ телебеҙҙә матур итеп аралашырға, һөйләшергә өйрәтергә тырышам, – ти тәрбиәсе. – Сөнки өйҙә телевизорҙан рус телендә йәнһүрәттәр ҡарап үҫкән балалар баҡсаға русса теле асылып килә. Телмәр үҫтереүгә лә етди иғтибар бирәм, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү өҫтөндә лә эштәр башҡарабыҙ.
Әле Иҙәш мәктәбенең беренсе класына килгән 12 уҡыусының бөтәһе лә балалар баҡсаһына йөрөгән. Уларҙы ҡабул итеп алған уҡытыусылары Фатима Яҡуп ҡыҙы Фәйрушина ҡыуанып бөтә алмай, балалар етди әҙерлек менән килгәндәр, аралашыусандар, әүҙемдәр. Был, әлбиттә, тәрбиәселәре Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙының күп көс һалған хеҙмәт емештәре. Ошондай яҡшы һүҙҙәр ишетеү, үҙе бәхет түгелме?!