Башҡорт Үргене ауылында Оло йәштәгеләр көнө уңайынан матур, йөкмәткеле сара үтте. Байрам менән инәй-олатайҙарҙы ҡотлап, уҡыусылары үҙҙәренең йыр-бейеүен әҙерләһә, ағинәйҙәр йыр бүләк итте, ә ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Зәйтүнә Түләбаева ололарға бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ мәктәп директоры Илдар Йәркәев, Яңы Петровка ауыл биләмәһе башлығы Илфат Аҡсурин, ауылыбыҙҙың почетлы гражданины Юлай Солтанбаев байрам менән ҡотлап әйткән һүҙҙәр сарала ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Сараның икенсе өлөшө З. Мирасова менән С. Ейәнбирҙина әҙерләгән йылы аш ашап, мәктәп коллективы, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары бешереп алып килгән тәм-том менән тәмле сәй эсеп, дауам итте. Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тип һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне ҡунаҡтарҙың. Юлай Вәли улы, форсаттан файҙаланып, 2021 йылда мәктәптең 100 йыллығын билдәләү мәсьәләһен күтәрҙе. Илфат Лотфулла улы ҡәберлекте кәртәләп алыу һәм ошо ниәттән халыҡтан, бағыусыларҙан аҡса йыйыу шарттары менән таныштырҙы. Ә Илдар Ишбулды улы үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә оло быуын вәкилдәренең роле ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уларзан ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны. Ағинәйҙәр исеменән Гүзәл Аҡсурина сығыш яһап, ойошманың эшмәкәрлеге, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә балалар менән төрлө саралар үткәреүҙәре тураһында һөйләне. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Имелбаева быйыл үргендәрҙең "Айыҡ ауыл" акцияһына ҡушылыуы, ошо ниәттән бик күп саралар үткәреләсәге һәм эштәр башҡарыласағы тураһында әйтеп, ауылдаштарының әүҙем булыуын һораны. Ошондай оло сараларҙа ҡатнашҡанда ир-егеттәр ойошмаһы булһа, күпкә еңелерәк булыр ине тип билдәләне.
Юғарыла күтәрелгән мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар, тәҡдимдәр булды. Ауыл яҙмышы өсөн ололарҙың битараф булмауы һөйөндөрҙө. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигән боронғолар. Ололарҙың тормош һабаҡтарына таянып үҫеп килгән быуынды тәрбиәләһәк, ауылыбыҙҙың киләсәге лә яҡшы булыр.
Гөлшат Имелбаева, Үрген ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.