Өфө ҡалаһында эшләгән, белем алған Ейәнсура йәштәре берлеге хаҡында, ундағы ҡыҙҙар-егеттәрҙең әүҙемлеге хаҡында әленән-әле хәбәр итеп торабыҙ. Тыған ерҙәренән ситтәге йәштәрҙе бергә туплауҙы, һәләтлеләрҙе асып, уларҙы үҫтереүҙе һәм, әлбиттә, буш ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы итеп үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған Берлек үткән аҙнала сираттағы күңелле сараға - "фатирник"ка йыйылды.
Ейәнсураларҙан тыш, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Архангел, Учалы һәм Нуриман районы йәштәре ҡатнашҡан был сарала аралашыу төрлө, атап әйткәндә лидер, фото, мәҙәниәт, спорт, дизайн һәм КВН йүнәлештәре буйынса барҙы. Һәр йүнәлеште был юҫыҡта тәжрибә туплап, оҫтарған ҡыҙҙар-егеттәр алып барҙы.
"Фатирник", һәр ваҡыттағыса, күңелле уйындар, гитараға ҡушылып йырлашыу, тәмлекәстәр менән сәй эсеү менән аралашып барҙы.