"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
23 Октябрь 2019, 16:51

Олуғ шәхесебеҙ менән осрашыу

18 октябрь көнө Иҙәш урта мәктәбендә уҡыусылар менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең оло юбилей айҡанлы “Олуғ шәхесебеҙ менән осрашыу” исемле әҙәби кисә үтте. Уҡыусылар илһамланып шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрҙәренән өҙөк күрһәттеләр.

Мостай Кәримгә 100 йыл
“Олуғ шәхесебеҙ менән осрашыу”
Шағир. Кем һуң ул шағир? Әлбиттә, башҡорт әҙәбиәтендә һис шикһеҙ иң беренсе башҡорт батыры, шағир, йырсы Салауат Юлаевтан ҡала, сәсән Аҡмулла, Шәйехзада Бабичтарҙан ҡала иң беренсе Мостай Кәримде әйтә алабыҙ. Күп милләтле әҙәбиәтебеҙ йондоҙо, ил ағаһы, башҡорт шиғриәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейын бөтә донъя күләмендә иҫкә алып үткәрҙе.
18 октябрь көнө Иҙәш урта мәктәбендә уҡыусылар менән Баш
ҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең оло юбилей айҡанлы “Олуғ шәхесебеҙ менән осрашыу” исемле әҙәби кисә үтте. Уҡыусылар илһамланып шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрҙәренән өҙөк күрһәттеләр. Бында бигерәк тә 4,6-сы класс уҡыусылары бик әүҙем ҡатнашты. “Кендек” ролен – Дамир Күскилдин, Әсғәт ролен Рәсим Ишмурзин оҫта башҡарҙы. Шулай уҡ Оксана ролен Азалия Кускилдина,Йәмил ролен Илназ Ишмурзин уйнаны, шиғырҙарҙы кескәй йөрәктәре аша үткәреп ятлаусылар Рәмилә Ҡыуандыҡова менән Регина Ураҡаеваға етеүсе булманы, уҡыусылар юбилярҙың ижадына ҡарата викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Зал тып-тыныс тыңлап ултырҙы. Һәр бала оло шәхестең эскерһеҙ, саф ижадын күңел биреп тыңланы. Кисә аҙағында уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Эйе, Мостай Кәримдең ижады йөрәктән урғылып сыҡҡан һәм күҙ нуры менән биҙәлгән ысын хазина. Уның шиғырҙары беҙҙең ғүмергә, йәшәйешкә ниндәйҙер йәм-нур һипһә, ҙур әҫәрҙәре тормошто яҡшыраҡ танырға өйрәтә.
Читайте нас: