Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
26 Октябрь 2019, 16:00

Нурлы һәм моңло булһын Байыш мәсете!

Кеше, ниндәй генә ауырлыҡ килмәһен, сабыр булырға, ваҡытын бушҡа әрәм итмәҫкә, файҙалы эшкә бүлергә тейеш. Ошо ҡанундарға таянып тыуған яғының, тыуған төйәгенең ҡотон-ырыҫын һаҡлап, уны арттырып йәшәй Ейәнсура районы Байыш ауылында йәшәүсе һәм шул ауылдан сыҡҡан кешеләр...

Исламдың төп нигеҙе булып сабырлыҡ һәм туҡтамаҫ хеҙмәт тора.Тормош та тап ошо сифаттар арҡаһында алға бара. Кеше, ниндәй генә ауырлыҡ килмәһен, сабыр булырға, ваҡытын бушҡа әрәм итмәҫкә, файҙалы эшкә бүлергә тейеш.

Ошо ҡанундарға таянып тыуған яғының, тыуған төйәгенең ҡотон-ырыҫын һаҡлап, уны арттырып йәшәй Ейәнсура районы Байыш ауылында йәшәүсе һәм шул ауылдан сыҡҡан кешеләр.

Әл-хәмдү лил-ләһ, нурлы мәсетебеҙ өсөн тағы бер изге эш эшләнелде — тауыш яңғыратыу аппаратуралары алынды.

—Бөтәһе хәйриәнән 26500 һум аҡса йыйылды. Алынған кәрәкле аппаратура 32121 һумға төштө. Яҡшыраҡ, сифатлы аппаратура эҙләп төрлө складттарға мөрәжәғәт итергә тура килде ,— ти Ғилман Әхмәтдин улы Мөхәмәтйәнов.

Фанилыҡта мәсет төҙөткән кешегә ахирәттә һарай һалдырырмын, —тиелгән Ҡөрьәндә. Шулай уҡ ошо оло эшкә бәләкәй генә, әммә ихлас күңелдән өлөш индергән һәр кеше ҙур сауап алыр, тип өйрәтә Ислам дине. Һәр кемдең яҡшы ниәттәге ярҙамына Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итер, Иншаллаһ.
Читайте нас: