Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
29 Октябрь 2019, 16:53

Бәхет ул...

Бәхет алһыу нурлы таң һымаҡ...

Нимә ул бәхет? Был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирә. Хатта, Мостай Кәрим әйтмешләй, тамуҡтай тойолған мәлдәрең дә йылдар үтә килә, ожмахтай булып тойолор. Ә арҙаҡлы яҡташыбыҙ, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева: "Бәхет алһыу нурлы таң һымаҡ", - ти. - Бер саҡ иртә таң менән Ейәнсуранан Сибайға юл алдыҡ. Таң атыуға беҙ Етебөгөлгә (халыҡ телендә Ҡаҙғантау) артылып, һарҡыулата (түбән төшә) башлағайныҡ… Иҫ китмәле матурлыҡ солғап алды беҙҙе: тирә-яҡты алһыу ҡыҙыл нурҙарға күмеп, ҡояш ҡалҡып килә. Тауҙар араһындағы уйһыулыҡтағы томан тотош ҡояш нурҙарына ҡойонған. Беҙ машина менән ошо нур эсенә инеп барабыҙ. Бына-бына машинаның эсе шул алһыу нурға тулыр, мин уларҙы хатта усыма йыйып һоҡланып ҡарай алырмын кеүек. Әммә был гүзәллек хыял һымаҡ ине. Яҡынайған һайын алыҫлаша барҙы.

Томан аҡрын ғына күтәрелә, күтәрелгән һайын нығыраҡ алһыулана. Бер саҡ тотош донъя алһыу томанға сорналды. Әммә машина эсендә ул нурҙар һиҙелмәне. “Күҙгә күренәме әллә?” — тип уйлайым, аптырап. Икенсе тауға артылғас, ҡайырылып артҡа ҡараһам, уйһыулыҡ тулы алһыу-ҡыҙғылт томан ине әле. Беҙ шул алһыу томан эсенән үтеп киткәнбеҙ…

Бәхет тә шулай, эсендә йөҙгәндә һиҙелмәй, аҙаҡ ҡына тойола.

Ә бәхет эсендә йөҙгән сағында үҙенең бәхетле булыуын аңлаған кеше, ысынлап та, бәхетле.

Тимәк, ырыҫ-бәхет – ул бәхетле икәнеңде ваҡытында тоя белеү.
Читайте нас: