Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
3 Ноябрь 2019, 14:40

АШЫҒЫҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!

Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡты әҙерләп, яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ әле! Табындарыбыҙ түңәрәк, күңелебеҙ бөтөн булһын! Тауыҡтың түш итен яратмаған кеше бик һирәктер. Беҙгә бер тауыҡтың түш ите, дүрт төш һарымһаҡ, 100 мл соя соусы, бер аш ҡалағы зәйтүн майы кәрәк булыр...

Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡты әҙерләп, яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ әле! Табындарыбыҙ түңәрәк, күңелебеҙ бөтөн булһын!


Тауыҡтың түш итен яратмаған кеше бик һирәктер. Беҙгә бер тауыҡтың түш ите, дүрт төш һарымһаҡ, 100 мл соя соусы, бер аш ҡалағы зәйтүн майы кәрәк булыр...


Башта түште уртаға ҡырҡабыҙ. Һарымһаҡты таҙалап икегә бүлеп, уртаһын алабыҙ – әсе булмаһын өсөн. Итте һауытҡа һалабыҙ, бысаҡ менән тишкеләп, араһына һарымһаҡты тығып сығабыҙ. Соя соусын ҡойоп, 20-25 минутҡа маринадларға ҡуябыҙ. Һәр биш минут һайын тишкеләгән урынға ҡалаҡ менән соусты өҫтәп торабыҙ.


Артабан маринадланған тауыҡты зәйтүн майы һөртөлгән формаға һалабыҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырып, 40-45 минут бешерәбеҙ. Әҙер ризыҡты киҫәкләргә бүләбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!



Читайте нас: