Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
6 Ноябрь 2019, 19:00

“Сиктәрҙе асып!”

“Сиктәрҙе асып!” 5 ноябрҙән 29 тиклем мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған “Сиктәрҙе асып!” район конкурсы уҙа. Сара мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социаль реабилитациялау, һәр төрлө сәнғәт өлкәһендә ижади һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола. Бәйгенең ойоштороусыһы булып Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте, Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге тора.Бәйгенең шарттары, номинациялар тураһында сайтта уҡығыҙ.

“Сиктәрҙе асып!”
5 ноябрҙән 29 тиклем мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған “Сиктәрҙе асып!” район конкурсы уҙа. Сара мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социаль реабилитациялау, һәр төрлө сәнғәт өлкәһендә ижади һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола. Бәйгенең ойоштороусыһы булып Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте, Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге тора.
Эштәр түбәндәге йәш категорияһы буйынса ҡабул ителә:
1. 6-10 йәшлектәр,
2. 11-14 йәшлектәр,
3. 15-18 йәшлектәр.
Бәйгене үткәреү шарттары:
Ҡатнашыусылар бер йәки бер нисә номинацияла ҡатнаша ала.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр (1,2,3 урындар) номинацияла билдәнә.
Бәйге ойоштороусыһы ҡарары буйынса өҫтәмә номинациялар билдәләнергә мөмкин.
Эштәрҙә түбәндәге мәғлүмәттәр сағылырға тейеш: бәйгенең исеме, эштең исеме, ниндәй номинацияла ҡатнашыуы, ҡатнашыусының исем-фамилияһы, йәше, диагнозы, класс-мәктәбе, етәксеһенең исем-фамилияһы, атаһының исеме.
Бәйгенең номинациялары һәм эшкә талаптар:
1) “Донъяла” темаһына һүрәттәр, А4 форматында, төрлө техника ҡулланып.
2) Тәбиғи материалдарҙан эштәр.
3) Аппликация, йомшаҡ уйынсыҡтар, сигеү, бәйләү һ.б.
Эштәр 29 ноябргә тиклем Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 2А адресы буйынса урынлашҡан Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә ҡабул ителә. Күргәҙмәлек шунда уҡ 29 ноябрҙән 3 декабргә тиклем уҙғарыласаҡ.
Координатор: 2-19-15, 89279345876 – Туҡаева Эльвера.
Читайте нас: