Кешегә туған теле һулаған һауаһы, эскән һыуы, аяҡ баҫып йөрөгән ере кеүек тәбиғи һәм ғәҙәти була. Тел кешелек йәмғиәтендә аң менән бергә барлыҡҡа килгән һәм уға ғына хас күренеш. Телһеҙ аралашып, аңлашып булмай. Телһеҙ шәхестең, кешелек йәмғиәтенең, фәндең, техниканың, мәҙәниәттең үҫеше мөмкин түгел. Шуның өсөн дә ул ил тойғоһо кеүек үк изге була. Телде белеү – илде, халыҡты белеү менән бер.
Телде үҙләштереү һәләте балаға тыумыштан бирелә. Әсә ҡарынында уҡ бала әсәһенең тауышын ишетеп, киләсәктә үҙе һөйләшәсәк телдең үҙенсәлектәре менән таныша. Донъяға килгәс, бала ғаиләлә үҙ телен үҙләштерә. Әгәр ата-әсә үҙҙәре матур итеп туған телдә һөйләшә икән, уларҙың телмәре бала өсөн үрнәк булып тора һәм балаға киләсәктә донъяны танып белергә, кешеләр менән аралашыуға асҡыс булып тора, сөнки телмәр – төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә, тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә, тирә-йүндәге ябай бәйләнештәр тураһында белеме формалаша. Баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла.
Мәктәпкәсә белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандартына (ФГОС ДО) ярашлы «телмәр үҫеше – аралашыу һәм мәҙәнилек ысулы; актив һүҙлек эшен байытыу; бәйләнешле телмәр үҫтереү, грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән диалогик һәм монологик телмәр; телмәр ижады үҫтереү; телмәрҙең өндәр һәм тасуири мәҙәниәте, фонематик ишетеү һәләте; китап һәм балалар әҙәбиәте менән танышыу, балалар әҙәбиәтенең төрлө жанрҙарын ишетеп аңлай белеү; грамотаға өйрәтеүҙең башланғысы булараҡ өн анализы активлығын формалаштырыу» булып тора. Шуның өсөн дә беҙҙең балалар баҡсаһында һәр төркөмдә телмәр үҫтереү эше маҡсатлы рәүештә алып барыла: бала өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, уларҙы ишетеп, һүҙҙәрҙә уларҙың урынын таба белергә өйрәтелә. Өндө аңлатҡан билдәнең – хәрефтең киҫмә төрө менән таныштырыу, дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөп, үҙенең уй-фекерен башҡаларға еткерергә, йомаҡ сисергә, мәҡәл, шиғыр, хикәйәнең мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтеү кеүек һәм башҡа төрлө эштәр башҡарыла.
Ләкин һуңғы ваҡытта ата-әсәләрҙе, педагогтарҙы мәктәпкәсә йәштәге күп балаларҙың телмәр етешһеҙлектәре һаны артыуы борсой. Бигерәк тә өндәрҙе дөрөҫ әйтмәү, уларҙы “йотоу” , йәғни төшөрөп ҡалдырыу, боҙоп әйтеү йыш осрай. Һүҙҙәге ижектәрҙең урындарын бутау, тотлоғоу осраҡтары ла бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3-4 йәшкә тиклем бөтөнләй теле асылмаған балалар һаны арта. Балалар баҡсаһындағы һәр төркөмгә логопед ярҙамы кәрәк. Бындай күренеш беҙҙең илдә генә түгел, ә бөтә донъя буйынса күҙәтелә. Статистика мәғлүмәттәре лә был турала һөйләй. 4 йәшлек балаларҙың 25% телмәр етешһеҙлектәренән интегә. (Сағыштырыу өсөн: үткән быуаттың 70-се йылдары уртаһында 4% ҡына тәшкил иткән). Һуңғы 20 йылда телмәр етешһеҙлектәре һаны 6 тапҡырға артҡан.
Ә нисә йәштә баланың теле асыла һуң? Был һорауға табиптар ҙа, логопедтар ҙа теүәл генә яуап бирә алмай. Һәр бала индивидуаль, үҙ темпы менән үҫешә. Ҡайһы бер бала беренсе һүҙҙе 1 йәштә әйтһә, икенсеһе саҡ 2 йәштә әйтә, 3- 4 йәштә һөйләшә башлаған балалар ҙа бар. Өсөнсө йәшкә китеп, бөтөнләй һөйләшмәгән йәки аҙ һөйләгән бала өлкәндәрҙә хәүеф тыуҙырырға тейеш. Был осраҡта телмәр үҫешенең артта ҡалыу сәбәптәрен һис шикһеҙ асыҡларға һәм ваҡытында телмәр етешһеҙлектәрен бөтөрөү өсөн уҡытыусы-логопедҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Баланың телмәре ни өсөн үҫешмәй һуң? Бының сәбәптәре бик күп булыуы мөмкин: әсәнең ауырлы саҡта ауырыуы, баланы ауыр табыу эҙемтәһе, сабыйҙың төрлө сирҙәре, ата-әсәнең эскелеге, наркотиктар ҡулланыуы. Йыш ҡына баланың телмәр үҫеше уның ҡул суҡтарының һәм бармаҡтарының етеҙ хәрәкәттәр башҡара алыуына бәйле була. Бармаҡ хәрәкәттәре яҡшы үҫһә, баланың телмәре лә үҫешә. Баланың моторикаһы ниндәй кимәлдә булыуын өй шарттарында ла билдәләргә мөмкин. Бының өсөн уға иҙәнгә “яңылыш һибелеп киткән” иҫәп таяҡсыларын йыйып алырға ҡушығыҙ. Бала таяҡсыларҙы ике бармағы менән тота алмаһа, уларҙы усына йомарлап тотһа – моторикаһы үҫешеп етмәгән була. Шулай уҡ балағыҙҙың бер бармағын ситкә шылдырыуын һорағыҙ. Моторикаһы үҫешмәгән кескәйҙең бар бармаҡтары ҡуша шыласаҡ. Төрлө төҫтәге түңәрәктәр һүрәтен эшләгеҙ һәм балаға был “шарҙарға” уларҙың ептәрен төшөрөргә ҡушығыҙ. Ептәр урынына һыныҡ кәкерсәктәр килеп сыҡһа – баланың моторикаһы яғынан проблемалар бар. Алты йәштәге балалар был күнекмәләрҙең барыһын да уңышлы үтәргә тейеш.
Баланың телмәре дөрөҫ үҫешһен өсөн нимә эшләргә һуң? Сабый донъяға килгәндән алып уның менән һөйләшегеҙ, уға йырҙар йырлағыҙ. Бала менән, уның “телендә”, һүҙҙәрҙе боҙоп һөйләшмәгеҙ. Сөнки киләсәктә ул һүҙҙәрҙе нисек ишетә шулай яңылыш яҙып яфаланасаҡ.
Тағы бер мөһим проблема – ул баланың телмәре үтә тиҙ үҫешеү осраҡтары. Сабый бер йәше тулыу менән тулы һөйләмдәр менән, асыҡ итеп, өлкәндәрҙең һүҙҙәрен ҡулланып һөйләшә башлай. Был ата-әсәләрҙең ғорурлығына әүерелә. Баланы күп өйрәтәләр, уға күп һөйләйҙәр, уҡыйҙар, видеофильмдар күрһәтәләр. Бала барыһын да ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә. Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла яҡшы кеүек, тик кескәй насар йоҡлай, төшөндә илай, һүлпәнәйә башлай. Был баланың нығынып етмәгән психикаһы үтә күп мәғлүмәткә ҡаршы тора алмауын күрһәтә. Кескәйҙә ошондай нервы ауырыуҙары булмаһын өсөн ул күберәк тышта, саф һауала уйнарға, тиҫтерҙәре менән аралашырға тейеш.
Шулай итеп, беҙ баланың телмәре, яҙыуы һәм хәрәкәте (ваҡ моторика) бер-береһенә тығыҙ бәйле икәнлеген аңланыҡ. Балағыҙ аяҡ кейеменең бауҙарын бәйләгәндә, ҡалаҡ-сәнскене нисек тотоуына, ҡайсы менән эшләүенә иғтибар итегеҙ. Әгәр был эштәрҙе ауырлыҡ менән башҡарһа, моторикаһын үҫтереү өсөн төрлө күнекмәләр эшләтергә була. Мәҫәлән, ваҡ әйберҙәрҙе ҡумтаға йыйҙырыу, төймәләрҙе епкә теҙеү, “сиртеш” уйыны (шашкаларҙы таҡтанан сиртеп төшөрөү), һүрәт төшөрөү һ.б. Бала үҙе эшләй алған өй эштәрен үҙе башҡарырға тейеш. Шулай уҡ уның менән төрлө шиғырҙар ятлап, уны кешеләр алдында тартынмай һөйләргә өйрәтегеҙ. Балағыҙға ҡарата иғтибарлы булһағыҙ, уның телмәре лә дөрөҫ һәм матур булыр.
Н.Аҡманова, Иҫәнғол ауылы «Ҡояшҡай»
балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды.